Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Март , 16:41

Наркотик һатып алған

Белорет район-ара судына наркотиктарҙы законһыҙ һатып алыу, һаҡлау һәм ташыу тураһында енәйәт эше ебәрелгән.

Наркотик һатып алған
Наркотик һатып алған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге ҡалала йәшәгән 39 йәшлек иргә ҡарата, наркотик матдәләрҙе законһыҙ һатып алыу тураһындағы енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Уҙған йылдың ноябрендә  ҡаланыңа Пашкевич урамындағы ВАЗ-2107 автомобиле водителе Башҡортостан Ркспубликаһы буйынса Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының юл-патруль хеҙмәтенең айырым махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатылды. Шәхси тикшереү барышында ирҙең салбар кеҫәһендә онтаҡ һымаҡ матдә менән бер төргәк табыла һәм тартып алына. Артабанғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был матдә составында наркотик барлығы асыҡлана.

Ғәйепләнеүсе наркотик матдәне Интернет аша һатып алырға ҡарар итеүен аңлата. Түләүҙән һуң, координаталар ала һәм автомобилендә йәшерен урынға юллана. Төргәкте алғас, ҡайтырға сыға, әммә юлда уны полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата.

Ир, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт фигуранты була.

Ул үҙ ғәйебен тулыһынса таный, ҡылған ғәмәле өсөн үкенә. Тикшереү тамамланған, эш материалдары судҡа тапшырылған.

Ксения САМОХИНА, тәүтикшереүсе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: