Был байрам сағыштырмаса йәш, ул 2003 йылдың 5 Рәсәй Федерацияһы Федераль архив хеҙмәте коллегияһы ҡарары менән булдырыла. Ни өсөн тап 10 март датаһы һайланамы, сөнки тап ошо көндә (иҫке стиль буйынса 28 февраль) 1720 йылда император Петр I Рәсәйҙә беренсе дәүләт актына - “Генераль регламентҡа йәки Уставҡа” ҡул ҡуя. Ул, атап әйткәндә, бөтә дәүләт власы органдарында архивтар һәм актуариус вазифаһын индерә, уға “хаттарҙы тырышып йыйырға, реестрҙарҙы ремонтларға, биттәрҙе күсерергә” кәрәк була. Был указ Рәсәй дәүләт архив хеҙмәтенә башланғыс һала.
Архивтарҙа тарихта эҙ ҡалдырған кешеләр тураһында дөрөҫ, үҙенсәлекле материалдар һаҡлана. Был ҡиммәтле мираҫты киләсәк быуындарға, көн һайын белгестәрҙең тырыш хеҙмәте булмаһа, һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел, улар документаль мираҫты һаҡлау һәм арттырыу, документтарҙы цифрлаштырыу, яңы мәғлүмәт технологияларын үҙләштереү буйынса ҙур эш алып бара.
Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең Архив бүлеге 1956 йылдан алып эшләй. Ул район-ҡала биләмәһендә ике төп функцияларҙы атҡара: муниципаль архив функцияһы һәм муниципаль районда архив эше менән идара итеү органдары функцияһы.
Бүлектә барлығы 4 хеҙмәткәр эшләй: бүлек начальнигы Олеся Ардышева, баш белгес Эльвира Таштимерова, төп белгес Мәҙинә Нәҙершина һәм әйҙәүсе белгес Алина Аҡҡужина.
Олеся Юрьевна бөгөнгө көндә архив эшенә индерелгән заманса яңылыҡтар, технологиялар һәм эштәренең нимәнән ғибәрәт булыуы тураһында һөйләне:
- Архив бүлеге 69 йыл эшләгән осорҙа ҙур үҫеш һәм камиллашыу юлы үтә. 1957 йылдың 1 ғинуарына эштәр торошо буйынса Белорет архивында даими һаҡланған 763 эш менән 3 фонд иҫәпләнгән. 2025 йылдың 1 ғинуарына ҡарата архив бүлегендә 58 103 эш һаҡлана, был 240 фондты тәшкил итә.
Бөгөнгө көндә халыҡ тарафынан архив мәғлүмәттәре бик әүҙем ҡулланыла (уларға төрлө тематик һорауҙар инә, генеологик, мөлкәт, социаль-хоҡуҡи). 2024 йылда архив мәғлүмәтен 4300-ҙән ашыу кеше ҡулланған. Күбеһенсә социаль-хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса эшләйбеҙ. Был һорауҙарға яуаптар әҙерләү өсөн бик күп ваҡыт талап ителә.
Һорауҙарҙан тыш, беҙ хәҙер документтарҙы цифрлаштырыуға бик әүҙем күсәбеҙ. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең бүлектә архив документтарын күсереү буйынса эш алып барыла, иң боронғо, насар тороштағы ҡағыҙ документтарҙы цифрлы төргә күсерәбеҙ. Йәғни, көн һайын хеҙмәткәрҙәребеҙ ҡағыҙ варианттарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында документтарҙы сканерлай. Был уҡыу залына килгән кешеләргә документтың электрон варианты менән ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөнгө көндә ауыл биләмәләренең хужалыҡ китабы иң талап ителгән документтарҙың береһе булып тора, шуға күрә эште тәү сиратта унан башланыҡ. Хәҙер шәжәрә төҙөү киң таралған, шуға күрә күптәр үҙҙәренең быуынын белеү өсөн уҡыу залдарына йөрөй һәм уларға туранан-тура хужалыҡ китаптары буйынса эшләргә тура килә. Беҙҙә хатта 1938-1940 йылдарҙағы китаптар ҙа һаҡлана.
Шулай уҡ архив бүлеген тулыландырыу сығанаҡтары булып, ҡала һәм райондың 63 ойошмаһы тора (шул иҫәптән ауыл биләмәләре хакимиәттәре лә). Улар тапшырған документарҙы раҫлайбыҙ, эксперт комиссияһына әҙерләйбеҙ, шулай уҡ ойошмаларҙа эштәр менән идара итеүсе тарафынан документтар эше нисек алып барылыуын да тикшерәбеҙ. Был да бик күп ваҡыт талап ителгән ҙур эш булып тора. Раҫлау буйынса, номенклатураларҙы килешеү, опистарҙы килешеү буйынса эксперт комиссияһына опистар әҙерләү өсөн.
Шулай уҡ беҙ комплектлау сығанаҡтарын арттырырға ниәтләйбеҙ, сөнки район-ҡалала яңы ойошмалар барлыҡҡа килә. Ә төрлө сәбәптәр арҡылы үҙ эшен туҡтатҡан ойошмалар фондын иһә ябырға тура килә.
Бөгөнгө көндә эшебеҙҙәге тағы бер йүнәлеш - алдыбыҙға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың фондтарын булдырыу бурысы ҡуйылды. Хәҙер был йәһәттән әүҙем эш башлайбыҙ - документтар йыябыҙ.
Махсус хәрби операция тарихы буйынса документтар коллекцияһын булдырыуҙың маҡсаты - киләсәк быуындар өсөн тарихи хәҡиҡәтте һәм яугирҙарҙың, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм фиҙакәрлеге, уларҙың Ватанға һәм бурысына тоғролоғо тураһында хәтерҙе һаҡлау, шулай уҡ операцияла ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү, документаль мираҫты һаҡлау һәм тулыландырыу.
Документтарҙы (күсермәләрҙе) архив бүлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар (хәрбиҙәр, мобилизацияланғандар, үҙ теләге менән юлланғандар), уларҙың туғандары, хәрби хәбәрселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары, хәйриә фондтары тапшыра ала. Архивҡа төрлө формалағы документтар ҡабул ителә: текст, һүрәтләү, аудиовизуаль, электрон документтар. Шулай уҡ төп нөсхәләр һәм күсермәләр ҡабул ителә: ҡағыҙ нигеҙендәге төп нөсхәләр, цифрлы күсермәләр (скан күсермәләре), электрон күсермәләр.
Һәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға ҡағыҙҙа персональ эш асыла, унда уның иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ҡарарҙар һәм материалдар; ️хәрби ерләү паспорты, һәләк булған кешене ерләү буйынса матәм сараһы программаһы; дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында документтарҙың күсермәләре (шул иҫәптән үлгәндән һуң); киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы һәм уның ғаилә ағзалары тураһындағы яңылыҡтар (электрон вариант булһа - ҡағыҙға сығарылған); хәрби билеттарға иҫәп карточкаларының күсермәләре; хәрби комиссариаттарҙан белешмәләрҙең төп нөсхәләре йәки күсермәләре; герой тураһында уның туғандары, яҡындары, дуҫтары, уҡытыусылары, класташтары, күршеләренең һ. б. хәтирәләре; электрон төрҙәге фотодокументтар, шул иҫәптән операцияла ҡатнашыусының фотолары; шәхси документтарҙың төп нөсхәләре йәки күсермәләре (дипломдар, таныҡлыҡтар, Почет грамоталары, ата-әсәләргә һәм хәләл ефетенә командованиенан Рәхмәт хаттары); махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әңгәмәләре; ️патриотик акциялар барышында ирекмәндәр йәки уҡыусылар йыйған башҡа документтар, Хәрби комиссариатта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә льготалар тураһында ҡарарҙар һ. б.
Документтар Б. Хмельницкий урамы, 2а адресы буйынса ҡабул ителә (архив бүлеге). Бөтә һорауҙар буйынса 8 (34792) 3-23-75 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Мәғлүмәт һәр ваҡыт донъяла төп ҡиммәт булып тора һәм һуңғы бер нисә быуат дауамында кешелектең документаль хәтерен архив хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. Уларҙың хеҙмәте арҡаһында беҙ тарихҡа ҡағыла һәм үткән ваҡиғалар тураһында дөрөҫлөктө белә алабыҙ, улар кешелек хәтеренең “келәте” булған һәм булып ҡаласаҡ.
Һүрәттә: Мәҙинә Нәҙершина һәм Эльвира Таштимерова эш мәлендә.