Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Март , 11:29

Профилактик саралар уҙғарыла

Ҡала медицина колледжында район буйынса эске эштәр бүлеге вәкилдәре менән осрашыу үтте.

Профилактик саралар уҙғарыла
Профилактик саралар уҙғарыла

Унда Республика буйынса Эске эштәр министрлығының миграция мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары, полиция майоры Рөстәм Абдрафиҡов республикала теркәлгән төрлө мутлашыу төрҙәре тураһында мәғлүмәтте еткерҙе. Уның әйтеүенсә, көн һайын кешеләр аҡсаларын мутлашыусыларға күсерә. Уҙған йылда Белорет районында Интернет һәм мобиль ҡоролмалар менән 435 енәйәт ҡылынған, район халҡы мутлашыусыларға 59,5 миллион  аҡса күсергән. Мутлашыу темаһы бөгөн элеккесә көнүҙәк, шуға күрә иҫкәртеү эштәре даими үткәрелергә тейеш.

Район буйынса эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Айгөл Әхмәтйәнова ла тормоштоң мөһим аспекттарын яҡтыртты. Полиция лейтенанты юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған осраҡта килеп сыҡҡан ваҡиғалар тураһында һөйләне.

Осрашыу аҙағында район буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры Римма Абзалова сығыш яһаны. Ул бүлектә кадрҙар резервы, эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында һөйләне.

Әңгәмә барышында тыңлаусылар үҙҙәре өсөн бик күп мөһим мәғлүмәт алды.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: