Уҙған йылдың декабрендә төндә Блюхер урамында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. “Лада Приора” автомобиле водителе идара иткән транспорт сараһының хәрәкәтен даими контролдә тотмай, һөҙөмтәлә йәйәүлегә барып бәрелә. Зыян күреүсе күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Егет юлға сыҡҡан йәйәүлегә юл бирмәй, шулай уҡ енәйәт урынын ташлап ҡаса.
Водителгә ҡарата ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған: Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 2-се өлөшө (автомобиль менән идара итеүсе кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян килтереү, әгәр ул кеше ваҡиға урынын ҡалдырыу менән бәйле булһа) һәм Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 125-се статьяһы (хәүеф аҫтында ҡалдырыу).
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таный. Енәйәт эшен тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған. Ә ғәйепләнеүсегә, ситкә сығып китмәү һәм тейешле тәртип тураһында яҙма иҫкәртмә рәүешендәге хөкөм сараһы билдәләнде.
Рифат ФӘТҠЕТДИНОВ, тәфтиш бүлеге начальнигы урынбаҫары.