21 март кис ваҡытында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (автомобилдәр хәрәкәте һыҙатынан йәйәү барған) ирҙе туҡтата. Шәхси тикшереү барышында унда онтаҡ матдә менән төргәк табыла. Быға тиклем хөкөм ителгән 37 йәшлек ир төргәкте табып алғанын аңлата.
Экспертиза күрһәтеүенсә, төргәктә 2,4 г наркотик матдә булыуы асыҡлана.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (наркотикты законһыҙ һатып алыу һәм һатыу маҡсатыһыҙ һаҡлау).
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарға “Ышаныс телефоны” - 8(347) 279-32-92 буйынса шылтыратып, наркотик һәм психотроп матдәләр, йәки наркотик матдәләр булған үҫемлектәрҙе һаҡлау, ташыу, әҙерләү, таратыу факттары тураһында хәбәр итә алыуын иҫкә төшөрә.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәү бүлеге хеҙмәткәре.