Мәктәп каникулдары алдынан һәм ваҡытында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәштәр менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһай. Ағымдағы йылдың ике айында республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 39 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 бала һәләк булған һәм 42-һе төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған. Юл-трансорт ваҡиғаларын анализлау күрһәтеүенсә, уларҙың күпселеге (58,9%) элеккесә пассажир-балалар ҡатнашлығында булған.
Акцияның төп бурысы – юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы ваҡиғаларға юл ҡуймау. Бының өсөн Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡытыусылар менән бергә мәктәптәрҙә төрлө класс уҡыусылары менән әңгәмәләр, дәрестәр үткәрә, унда юлдағы тәртиптең төп ҡағиҙәләрен ҡабатлай, юлдағы йыш ҡабатланған хәлдәрҙе ҡарай һәм анализлайҙар.
Был көндәрҙә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күмәк саралар үткәреү урындарына йәлеп ителә. Балаларҙы автобустарҙа, шәхси автомобилдәрҙә йөрөтөүгә ҙур иғтибар биреләсәк.
Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларға өлгө булырға һәм закон менән билдәләнгән нормаларҙы боҙмаҫҡа, ә руль артына ултырғанда айырыуса белем биреү учреждениелары, балалар майҙансыҡтары янында иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк.
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.