Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында ябай мәғлүмәттәргә эйә булмайынса, бәлиғ булмағандар юлға сыға, дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа йөрөй. Һөҙөмтәлә, юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, улар етди яраланырға йәки ғүмерҙәре өҙөлөүе мөмкин.
Район биләмәһендә 2024 йылда бәлиғ булмағандар ике тәгәрмәсле транспорт сараһы менән идара иткәндә имгәнгән 2 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. 17 августа 16 йәшлек үҫмер, “Райсер RC250-CS” маркалы мотоцикл менән идара итеп, юл-транспорт ваҡиғаһына тарый һәм ауыр тән йәрәхәттәре ала. Икенсе резонанслы юл-транспорт ваҡиғаһы 28 августа Сермән ауылында була. Унда транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғына водитель таныҡлығы булмаған 12 йәшлек үҫмер, теркәлеү иҫәбендә тормаған “Альфа” маркалы мопед менән идара итеп, хәүефһеҙ тиҙлекте һайламай һәм руль менән идара итеүҙе юғалтып, транспорт сараһының ауҙарылыуына юл ҡуя. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, мопед водителенең һаулығына ауыр зыян килә һәм 18 тәүлек үткәс, район үҙәк клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ата-әсәләр, водитель таныҡлығы булмаған балаларына мотоцикл, скутер, мопед, спорт инвентары һатып алып, дөйөм ҡулланылыштағы юлға сығыу тыйылғанлығын иҫәпкә алмай һәм тәжрибә күрһәтеүенсә, уларҙың ҡайҙа йөрөгәнен бөтөнләй белмәйҙәр.
Район буйынса Дәүләт автоинспекцияһы 16 йәшкәсә бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн ата-әсәләрҙең яуаплы булыуын иҫкә төшөрә. 16 йәше тулған бәлиғ булмаған балаға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ протокол төҙөлә. Транспорт саралары менән бындай хоҡуғы булмайынса идара иткән өсөн штраф суммаһы 5000 һумдан 15 000 һумға тиклем. Еңел автомобилдәр, скутерҙар, мопедтар, питбайктар, спорт мотоциклдары хужалары Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса яуапҡа тарттырыла, транспортты хоҡуғы булмағандарға тапшырған өсөн штраф суммаһы 30 000 һум тәшкил итә. Ата-әсәләргә РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.35 статьяһының 1-се өлөшө буйынса ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн административ штраф һалына. Административ хоҡуҡ боҙоу буйынса бөтә материалдар район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелә, артабан улар иҫкәртеү иҫәбенә ҡуйыла.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Һеҙҙең бурыс - балаларҙың именлеген тәьмин итеү, шуға күрә бер ҡасан да балалар менән даими рәүештә аралашыу һәм уларға тормош хәүефһеҙлегенә бәйле булған иң ябай тәртип ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ.
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.