Район буйынса эске эштәр бүлегенә урындағы эшҡыуарҙан аҡса урлау тураһында ғариза килгән. Ул полиция хеҙмәткәрҙәренә ир менән билдәле бер хаҡҡа Магнитогорск ҡалаһынан аҙыҡ-түлек килтереү тураһында һөйләшеп килешеүе тураһында хәбәр итә. Аҙыҡ-түлек өсөн 220 мең һум аҡса алып, ир ҡалаға юллана. Һуңынан көн дауамында аҡса биреүсенең шылтыратыуҙарға яуап бирмәй. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, заказ биреүсегә аҙыҡ-түлек килеп етмәй.
Ғәйепләнеүсе, үҙ сиратында, эшҡыуарҙың уны таба алмаясағына өмөтләнә. Ә урланған аҡсаны ул тотона. Шуға ҡарамаҫтан, үҙ ғәйебен таный.
Иргә ҡарата мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, енәйәт эше материалдары судҡа ебәрелгән.
Римма АТАУЛЛИНА, район буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы.