Рәсми бүлек
5 Мая 2025, 04:55

Хаж ҡылыр булһағыҙ

2025 йылда мосолмандарҙың хажын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында.

Хаж ҡылыр булһағыҙХаж ҡылыр булһағыҙ
Хаж ҡылыр булһағыҙ

Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2025 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны короллегенә хаж ҡылырға теләүселәргә берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша, электрон төрҙә яңы быуын сит ил паспортын рәсмиләштереүгә ғариза бирергә кәңәш ителә.

Рәсмиләштерелгән паспорттар килгәс, шәхси кабинетҡа паспорт алыу өсөн саҡырыу килә, бының өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй.

Сәғүд Ғәрәбстаны короллеге территорияһына инеү Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты буйынса ғына башҡарыла, ул Рәсәй Федерацияһы территорияһынан ситтә граждандарҙың шәхесен раҫлай.

Римма АБЗАЛОВА, район буйынса эске эштәр бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры.

Автор:
Читайте нас