

71 йәшлек пенсионер ҡатын полицияға билдәһеҙ кешеләр шылтыратыуы тураһында хәбәр итә. Улар ҡатынға ҡулаҡса рәүешендә һаҡланған аҡсаны декларациялау кәрәклеген хәбәр итә. Бының өсөн уға тупланмаларын күсерергә кәрәк булған иҫәп номеры бирелә. Күрһәтмәләргә ярашлы, ҡатын мутлашыусылар иҫәбенә 225 мең һум аҡса күсерә.
Мутлашыусылар ҡорбаны булған ир ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренсә, уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен «Энергосбыт» хеҙмәткәре тип таныштыра һәм счетчиктарҙы алмаштырырға тәҡдим итә. Бының өсөн ир билдәһеҙ кешегә СМС менән килгән кодты хәбәр итә. Һуңынан уға төрлө ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә, улар уны аҡсаһын хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндерә. Бөтә ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә ир 272 мең һумлыҡ аҡсаһынан мәхрүм ҡыла.
Белорет районында йәшәүсе тағы бер кеше инвестицияларҙан аҡса эшләргә теләп, тупланмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Мутлашыусыларҙан тәүге шылтыратыу 17 ғинуарҙа уҡ килә, ул саҡта шылтыратыусы үҙен финанс аналитигы тип таныштыра. Ул иргә инвестицияларҙан эш хаҡы тәҡдим итә. Инвестицияларҙы ул ҙур булмаған суммаларҙан башлай, әммә, килемен күреп, тағы ла аҡса һала. Һуңынан, аҡсаһын сығарырға ҡарар иткәндә, уға карта номерының дөрөҫ күрһәтелмәүе һәм аҡсаның икенсе кешегә китеүе тураһында хәбәр итәләр. Аҡсаны кире ҡайтарыу өсөн ир февраль айында юристарға мөрәжәғәт итә. Улар үҙ сиратында юридик хеҙмәттәр күрһәтеү һәм аҡсаны кире ҡайтарыу һылтауы менән ирҙән тағы аҡса ала. Дөйөм зыян күләме 1,8 миллион һум самаһы тәшкил итә.
Был факттар буйынса РФ-ның Енәйәт кодексының мутлашыу тураһында 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.