

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге яңы бинаға күскәнлектән, элек ҡуйылған мемориаль таҡтаташтар һүтеп алынды, реставрацияланды һәм яңы урынға күсерелде.
Тантаналы сарала эске эштәр бүлеге етәкселеге һәм шәхси составы, ветерандар һәм Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашты. Һәр кем геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға килгән.
Мемориаль таҡтаташтарҙы асыу хоҡуғы район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Тимур Сәйетгәрәевҡа һәм бүлек ветераны Альфред Хәбитуллинға бирелде
Мемориаль таҡтаташтар Белорет милицияһының беренсе начальнигы, 1921 йылда урындағымилицияны ойоштороусы, БАССР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссары Алексей Викулович Пирожниковҡа, Белорет милицияһы начальнигы Иван Яковлевич Ульяновҡа, 1918 йылда хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған, Бөйөк Ватан һуғышында, 1945 йылғы Еңеү парадында ҡатнашыусы, 30 йылдан ашыу эске эштәр бүлегендә эшләгән Петр Потапович Зеркинға арналған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бүлек ветерандары менән берлектә геройҙарҙы иҫкә алып, мемориалдарға сәскәләр һалды һәм яңы ағастар ултыртты.
Был мемориаль таҡтаташтарҙы асыу - ул геройҙарыбыҙға хөрмәт һәм рәхмәт билгеһе.
Ксения Сучкова, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.