Рәсми бүлек
21 Мая 2025, 04:15

Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

28 апрелдә полиция бүлегенә билдәһеҙ ҡыҙҙың 3 миллион 370 мең һум аҡсаһын урлауы тураһында ғариза менән 54 йәшлек ир мөрәжәғәт итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!
Һаҡ булығыҙ, мутлашыусылар!

Һөйләшеү барышында ул аҡсаны бер нисә тапҡыр күсергән булып сыға. Беренсе шылтыратыу 10 апрелдә була. Шул көндө билдәһеҙ ҡатын үҙен финанс белгесе тип таныштыра һәм иргә еңел эш хаҡы тәҡдим итә. Ирҙе тотороҡло ҙур суммаға ышандырғандан һуң,  уға сайтта теркәлергә ярҙам итә. Инвестициялауҙы башлау өсөн ир башта бәләкәй суммалар һала, һуңынан еңел аҡсаға өмөтләнеп кредиттар алып иҫәпте тулыландыра.

Был ваҡыт эсендә мутлашыусылар зыян күреүсе менән бәйләнештә була, даими шылтыратыуҙар һәм хәбәрҙәр туҡтамай. 23 апрелдә ир алданғанын аңлай һәм шикле схемаға аҡса һалыуҙан туҡтай. Әммә, мутлашыусылар быны ҡабул итергә теләмәй һәм иргә шылтыратыуҙы дауам итә. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе бер ниндәй ҙә тупланмаһыҙ ҡала, шул уҡ ваҡытта банк ойошмаларына байтаҡ бурыслы була.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция, тиҙ байыу вәғәҙә иткән мауыҡтырғыс тәҡдимдәр - енәйәтселәрҙең яратҡан хәйләһе икәнлеген иҫкә төшөрә. Уяу булығыҙ һәм аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор: