

Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 5 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 5 кеше яраланған, һәләк булыусылар юҡ.
16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 2 юл-транспот ваҡиғаһы теркәлгән, унда 1 бала яраланған. Иҫерек килеш юл-транспорт ваҡиғаһына тарыусылар 3, уларҙа 1 кеше һәләк булған, 5 кеше имгәнгән. Механик зыян күргән 417 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Юл-транспорт ваҡиғаларының төп төрҙәре булып бәрелеш һәм йәйәүлеләргә бәрелеү тора. Мәҫәлән, 2 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә, Блюхер урамындағы 12-се йорт янында ГАЗ маркалы автомашина менән идара иткән водитель, Овчаренко урамы яғынан Маяковский урамы йүнәлешендә тротуар буйлап хәрәкәт иткән 2011 йылғы бәлиғ булмаған велосипедсыны бәрҙерә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған ҡыҙ район үҙәк клиник дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатыла.
17 май көнө 1954 йылда тыуған водитель, Т-40 маркалы шәхси тракторы менән Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлы буйлап хәрәкәт иткәндә руль менән идара итеүҙе юғалтып, һул яҡҡа кюветҡа төшөп китә һәм түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә, водитель ашығыс медицина ярҙамы машинаһында район үҙәк клиник дауаханаһына оҙатылды.
Хөрмәтле граждандар! Әгәр һеҙ юл-транспорт ваҡиғаһына йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға шаһит булһағыҙ, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Ҡыҙыу элемтә телефоны номеры: 8(347)279-32-92, шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының телеграм каналының чат-боты буйынса @GIBDDRB_02bot. хәбәр итергә кәрәк.
Хәбәрҙә хоҡуҡ боҙоу урыны тураһында мәғлүмәтте, мөмкин тиклем теүәл адресты, ваҡиғаны, автомобилдең дәүләт номерын һәм уның хәрәкәт маршрутын ҡыҫҡаса тасуирларға, шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙың фотоһын һәм видеоһын ҡуйырға кәрәк.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең дежур часы телефоны - 8(347)92-3-24-02.
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.