Рәсми бүлек
16 Июня 2025, 10:10

"Ауитизм - сир түгел"

Аутизм тураһында һуңғы ваҡытта телевидениела, радиола, Интернет селтәрҙәрендә йыш һөйләйҙәр һәм яҙалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ауитизм - сир түгел""Ауитизм - сир түгел"
"Ауитизм - сир түгел"

Бөгөн табиптар аутизм спектры боҙолған кешеләрҙең күбәйеүен билдәләй һәм һәр 54 кешегә 1 осраҡ тип баһалай. Ҡыҙғанысҡа күрә, район-ҡалала ла бындай синдромлы балалар бар. Был балаларҙы тәрбиәләү үҙенсәлектәре тураһында һәм ата-әсәләргә нисек ярҙам итергә тигән һорауҙарға Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәгенең ҡалалағы филиалы педагогы Венера ХАФИЗОВА яуап бирҙе. 
 
► Венера Марат ҡыҙы, нимә ул аутизм, ул ауырыумы һәм уны дауалап буламы?
 
- Аутизм  (ҡыҫҡартып РАС) - ул баланың ысын донъянан ситләшеүе. Уға эске донъяла уңайлыраҡ, унда барыһы ла аңлашыла һәм кәштәләргә һалынған. Ысынбарлыҡ сабыйҙы ҡурҡыта, шуға күрә ул унан һәр төрлө ысул менән ситләшә. Аралашырға, башҡаларға яраҡлашырға теләмәй, сөнки уларҙың эмоциялары уның өсөн сер булып ҡала. Быға тыумыштан уҡ бик әүҙем булған мейе, мәғлүмәтте һеңдереүсе “губка” ғәйепле. 
Аутизмды ауырыу тип әйтә алмайым, ул  баланың үҙенсәлеге. Аутизм билдәләре аралашыуҙа, кешенең үҙ-үҙен тотошонда, эмоцияларында күренә. Ҡайһы бер аутистар кеше менән аралашмаһа, икенселәре, киреһенсә, саманан тыш актив. Бындай үҙенсәлеккә эйә балалар араһында айырыуса һәләтлеләре бар: хәтерҙәре үтә шәп, ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәләләрҙе үҙаллы сисә алалар, иртә уҡырға өйрәнәләр, хатта сит телдәрҙе отоп алалар, бик матур итеп һүрәт төшөрәләр һәм башҡалар. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аутизм тулыһынса дауаланмай. Әммә баланың хәлен еңеләйтергә, комплекслы терапия ярҙамында симптомдарҙы кәметергә мөмкин.
 
► Аутизм барлыҡҡа килеүгә нимә сәбәпсе?
 
- Ни өсөн бер бала ауырый, икенсеһе юҡ, әлегә сер булып ҡала. Тик теориялар, версиялар, фараздар ғына бар. Әсә кеше йөклө ваҡытта һәм уға әҙерлек барышында организмдың торошо, бала табыу осорона тиклемге ҡабул иткән дарыуҙар һәм кисергән инфекциялар, экология тәьҫир итергә, гендар аша күсергә мөмкин.

Әсә кешенең йөклөлөк осорон ауыр үткәреүе сәбәпсе булырға мөмкин. Әгәр ҡатын ҡаты ауырыһа, буласаҡ сабый хәүеф төркөмөндә була. Диабет, гипертония, биполяр тайпылыш, баш өйәнәге арҡаһында аналыҡ эсендә үҫеш боҙола. Ата-әсәләрҙең йәше мөһим роль уйнай - атаһы алтынсы тиҫтәне, әсәһе бишенсе  тиҫтәне алмаштырғанда, генетик табипҡа йөклөлөк алдынан барырға кәрәк. Ул хәүефте нисек кәметергә кәрәклеген билдәләйәсәк.
 
► Аутизм билдәләре ҡасан күренә башлай һәм уларҙы һанап үтегеҙ әле?
 
- Балаһы менән барыһы ла яҡшы булмауын иғтибарлы ата-әсәләр кескәйгә бер йәш тулмағанда ла аңлай. Мәҫәлән, ул һуң ултыра, яҡындары менән аралашҡанда эмоцияларын белдермәй, уйынсыҡтарға иғтибар итмәй, үҙ исеменә яуап ҡайтармай. Балаға өс йәш тулғанда был асыҡ күренә башлай: ул башҡалар менән аралашырға теләмәй, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡыт  аралашһа ла, тиҙ арый. Йәштәштәре менән ул йыш ҡына ҡыҙыҡһынмай, сөнки эмоцияларҙы насар тоя. 
Күпселек аутистар йыл ярым һөйләшмәй. Ике йылдан һуң телмәр менән проблемалар һаҡлана. Бала айырым һүҙҙәр әйтә, әммә уларҙан хатта ябай фраза ла төҙөй алмай. Уйынсыҡтар  бер рәттә теҙелеп тора, ата-әсәләрҙең уларҙы ҡумтаға һалырға тырышыуы асыу, агрессияға килтерә. Бала йыш ҡына бер урында өйрөлә, ҡулдарын төрлө яҡҡа һелкетә. 

Артабан симптомдар барлыҡҡа килә: бала өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдыра, аралаша белмәй һәм теләмәй, ошо сәбәпле былай ҙа аңлайышһыҙ телмәр насарая башлай; баланың ҡарашын тотоп булмай, ул һәр ваҡыт күҙҙәрен ситкә йүнәлтә; башҡаларҙың эмоциялары ҡабул ителмәй - кешенең ҡайғылы, асыулы йәки шат икәнен аңламай; бала яңы нәмәләр белергә ынтылмай, бер мауығыу менән генә сикләнә; бәләкәй аутистар яҡтылыҡҡа, тәмдәргә, еҫтәргә, тауыштарға айырым ҡарай, ул уларҙы бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдыра йәки бик киҫкен яуап бирә.

Бер йәки ике симптом - паникаға бирелеү өсөн сәбәп түгел. Әммә балалар психиатрына мотлаҡ барырға кәрәк! Тик табип ҡына борсолған ата-әсәләрҙе тынысландыра йәки уларҙың шикләнеүҙәрен раҫлай ала.
Бындай үҙенсәлекле балалар араһында бер үк симптомдар менән ике кеше юҡ, һәр кем ысынбарлыҡты үҙенсә ҡабул итә. 

Шуны өҫтәп үтер инем, әгәр ҙә бала үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә, тәртибен контролдә тота алмаһа һәм өйрәнеү һәләте бөтөнләй (йәки өлөшләтә) булмаһа - инвалидлыҡ юлларға мөмкин.
 
► Был синдром ҡайһы енес араһында йышыраҡ теркәлә?
 
- Аутистар араһында ҡыҙҙар әҙ, ә малайҙар күп. Ирҙәр заты юғары хәүеф факторында тип һанала, әммә бындай фекерҙе яҡлаусылар кәмей бара. Ҡыҙҙар тәбиғәттән тыныстар, шымдар, тыныслыҡ яраталар, әүҙем уйындарҙы үҙ итмәйҙәр. Шуға күрә ата-әсәләр борсолоу белдермәй, быны нормаль  күренеш тип уйлайҙар. Үҫеп еткәс кенә ул үҙенең аутизмы тураһында белергә мөмкин. Ҡыҙҙарҙың малайҙарҙан да кәм ауырымауы ихтимал, тик уларға диагноз ҡуйылмай.
 
►Һеҙ үҙенсәлекле балалар менән үҙәктә дәрестәр алып бараһығыҙ?
 
- Улар менән ғәҙәти дәрестәр үткәрәм: V-XII кластарҙа - биология һәм VIII-XII кластарҙа химия. Һәр кемдең расписаниеһында аҙна һайын психолог, дефектолог менән шөғөлләнеү ҡаралған. Барыһы ла индивидуаль һәм төрлөсә.
Уҙған йылда беҙҙең уҡыусы медицина колледжына уҡырға инде һәм I курсты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Әгәр аутизм бөтөнләй ауыр формала һәм аҡыл тайпылыштары булһа, улар психиатр һәм психологтың тәҡдиме буйынса еңел программаға күсерелә, улар IX класҡа тиклем уҡый, бөтәһе лә аттестат ала.

Әгәр бала дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыһа, дәүләт сығарылыш имтиханы өйҙә, видеояҙма аҫтында үтә. Ул төп дәүләт имтиханы кеүек  ҡағиҙәләргә һәм талаптарға тап килә. 12 кластан һуң улар рус теле һәм математиканан Берҙәм дәүләт имтиханын шулай уҡ өйҙә тапшыра. 

Беҙҙең мәктәптә бөтә уҡыусыларҙың да инвалидлыҡ төркөмө бар, уларһыҙ беҙҙә уҡый алмайҙар. Әгәр бала ауырыһа, әммә инвалидлыҡ бирелмәһә, ул саҡта ғәҙәти мәктәп программаһы буйынса өйҙә шөғөлләнәләр һәм дәүләт сығарылыш имтиханын комиссия һөҙөмтәләре буйынса тапшыралар.
 
► Һеҙҙең үҙәктә үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә ҡағылышлы ниндәй саралар үткәрелә?
 
- Бик күп. Мәҫәлән, апрель айында беҙҙең үҙәктә “Аутизмлы балалар: үҫеш, уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” исемле республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте, унда белгестәр, педагогтар, ата-әсәләр һәм РАС темаһы менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ҡатнашты. Тыңлаусыларға аутизм спектры боҙолоуы менән сирләгән балаларға ярҙам итеүгә ҡағылышлы заманса алымдар тураһында мәғариф, психология һәм логопедия өлкәһендәге эксперттар белем бирҙе.

Форсаттан файҙаланып, ойоштороу командаһының был мөһим сараны үткәреүгә түккән көсө өсөн, ҡиммәтле белемдәре, практик эштәре һәм инновацион алымдары менән уртаҡлашҡан спикерҙарға һәм эксперттарға рәхмәт әйтәм!
 
► Һуңғы һорау - ата-әсәләр балаға аутизмды еңеп сығырға нисек ярҙам итә ала? Улар өсөн ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
 
- Ата-әсәгә балаһының үҙенсәлекле булыуын ҡабул итеүе ауыр. Әммә тынысланырға, баланың артабанғы үҫеше, сәләмәтлеге өҫтөндә эшләй башларға кәрәк.  Иң мөһиме - тәүҙә баланың мөмкинлектәрен аңлау, артыҡ эшләмәү һәм юғары бурыстар ҡуймау. Иң ҙур конфликт тап ата-әсәләрҙең баланың ысын һәләттәре һәм уға ҡарата үҙ амбициялары араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ менән осрашҡанда барлыҡҡа килә. Ошо сәбәпле һуңынан протестар, буйһонмау, күңел төшөнкөлөгөнә һәм өмөтһөҙлөккә бирелеү барлыҡҡа килә.

Йыш осраған тағы бер хата - бала өсөн иң мөһиме һөйләшергә өйрәнеү тигән фекер. Был дөрөҫ түгел. Әгәр телмәр үҙ аллы барлыҡҡа килмәһә, тимәк, уға объектив сәбәптәр бар. Һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн шарттар барлыҡҡа килгәс, бала үҙ аллы һөйләшә башлай. Шуға күрә бындай баланың үҫешен яһалма рәүештә тиҙләтергә тырышырға кәрәкмәй.
Психик үҫешкә килгәндә, уңышҡа өлгәшеү өсөн (хатта бәләкәй генә) күп ваҡыт кәрәк булыуына әҙер булыр-
ға кәрәк. 
Әлбиттә, бындай бала өсөн бик күп иғтибар, тәрбиә кәрәк, шунлыҡтан ата-әсәләрҙең береһенә эштән китергә тура килә. Көн тәртибе төҙөргә һәм уны ҡәтғи үтәргә кәрәк. Мәҫәлән, бала көн дә бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға, уянырға һәм ашарға тейеш. Уға яйлап ҡына үҙен өйҙә, социумда тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеү зарур. Баланы ваҡытында белгестәргә, табиптарға (логопед, дефектолог, психолог, невролог) алып барырға, дауалау сараларын ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Аутист балаға физкультура менән шөғөлләнеү, бассейнда йөҙөү бик файҙалы.  Үҙ ваҡытында балаға тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү мөһим.

Йылдан-йыл, аутистарға ҡарата мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Бындай үҙенсәлеккә эйә кешеләр бөгөн тулы ҡанлы тормош алып бара. Улар ҙа башҡалар ише уҡый, ғаилә ҡора, балалар үҫтерә, эшләй, бары тик үҙ донъяларында ғына йәшәйҙәр. 

Әлбиттә, баланың торошоноң ыңғай динамикаһы һәр ваҡыт һиҙелмәй. Ҡайһы берҙә ата-әсәләр өмөтһөҙлөккә бирелеп ҡулдарын “төшөрә”. Әммә балаһын үҫтереүҙе һәм тормошҡа яраҡлаштырыуҙы дауам иткән ата-әсәләр, хатта етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, йыш ҡына уңышҡа өлгәшә һәм алға китеш күрә.
 
► Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
 

Автор:Расима Салихова