Рәсми бүлек
17 Июня 2025, 06:49

Хәйләгә эләккән

Район буйынса полиция бүлегенә 71 йәшлек пенсионер мутлашыусыларға 350 мең һум аҡса күсереүе тураһында мөрәжәғәт итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Хәйләгә эләккәнХәйләгә эләккән
Хәйләгә эләккән

Уның һүҙҙәренсә, уға Федераль именлек хеҙмәте “хеҙмәткәре” шылтыратып,  дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетын емергәндәр тип иҫкәртә. Шулай уҡ әлеге ваҡытта уның аҡсаһы күрше дәүләттең иҫәбенә китә имеш. Эҙемтәләрҙән ҡотолоу өсөн уға бөтә тупланмаларҙы күрһәтелгән икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк. Мутлашыусыларҙың аныҡ етәкселеге аҫтында ир яҡындағы банкомат аша сит кешеләр иҫәбенә 350 мең һум аҡсаһын ебәрә.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар, әңгәмәсе банк, Үҙәк банк хеҙмәткәре, Эске эштәр министрлығы, тәфтиш комитеты, ФСБ тәфтишсеһе булып шылтыратһа, яуап бирмәүегеҙҙе һорайбыҙ. Бындай кешеләр һөйләшеү барышында һеҙҙең иҫәптә рөхсәтһеҙ эш итеү, һеҙҙең исемегеҙгә кредит алырға маташыу тураһында хәбәр итә. Быны ишеткәс, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ, барыһын да етди ҡабул итмәгеҙ. Хәбәрҙең ысынмы, бушмы икәнлеген белер өсөн яҡындағы полиция бүлегенә, банкка мөрәжәғәт итегеҙ.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: