Рәсми бүлек
18 Июня 2025, 05:29

Өс Белорет кешеһе мутлашыусылар ҡорбаны булды

Көн элгәре Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең дежур бүлегенә өс Белорет кешеһе мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өс Белорет кешеһе мутлашыусылар ҡорбаны булдыӨс Белорет кешеһе мутлашыусылар ҡорбаны булды
Өс Белорет кешеһе мутлашыусылар ҡорбаны булды

Беренсе ғариза биреүсе өйҙән эшләй башларға ҡарар итеүен һәм һөҙөмтәлә сайттарҙың береһендә эш тапҡанын һөйләне. Уның эшенең асылы шунда була - ул билдәле бер тауарҙарға түләй һәм уға һәр һатып алыуҙан процент килә. Бер мәл ир үҙенең аҡсаһын сайттан сығарырға була һәм ярҙам һорап шылтырата, әммә унда уға мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгеүе тураһында хәбәр итәләр. Шулай итеп, ир 30 мең һум аҡсаһын юғалта.

18 йәшлек студент тест үтеү һылтауы менән билдәһеҙ кешеләрҙән теркәлеүҙә ярҙам алырға ризалаша. Егет Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеү өсөн килгән кодты шылтыратыусыға әйтә, ә артабан үҙенең телефонына уның аккаунтынан мутлашырға маташыуҙары теркәлгәнлеге, быны булдырмау өсөн шылтыратыу номеры күрһәтелгән хәбәр килә. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе көнө буйы мутлашыусылар менән телефон аша һөйләшә, улар уны ҡурҡытып, 200 мең һумды алдан асылған иҫәпкә күсерергә күндерә. Икенсе көн иртән, «ярҙамсылары» менән хат алышыуҙар һәм шылтыратыуҙар телефонында юҡҡа сыҡанлығын күргәс кенә, егет үҙен алдағанғанын аңлай.

Тағы бер Белорет кешеһе инвестицияларҙан аҡса эшләргә маташып, аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡты”. Ялған сайтта ул үҙенең килеменең үҫеүен күрә, шуға күрә майҙансыҡҡа бөтә аҡсаһын, шул иҫәптән кредитҡа алынған аҡсаһын һала. Дөйөм алғанда, ир мутлашыусылар иҫәбенә 308 мең һум инвестициялаған.

Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Полиция, махсус белемгә эйә булмайынса, биржа һәм инвестиция проекттарында ҡатнашмағыҙ, тип иҫкә төшөрә. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, бигерәк тә төрлө телефон мутлашыусылары һылтауы менән кредиттар алмағыҙ. Әгәр банк йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәренән шылтыратыу килһә, трубканы ҡуйығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: