Рәсми бүлек
19 Июня 2025, 11:18

Һалымды дөрөҫ түлә!

Бюджетҡа һалымдарҙы иҫәпләгәндә һалым түләүселәрҙең күсмә һалым тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса, методологик хаталар тураһында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һалымды дөрөҫ түлә!Һалымды дөрөҫ түлә!
Һалымды дөрөҫ түлә!
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексы нормаларын дөрөҫ ҡулланмау сәбәпле, һалым түләүселәрҙең һалым һалыу базаһын формалаштырыуҙа яһаған методологик хаталары бюджет алдындағы һалым йөкләмәләрен кәметеүгә килтерә. Шуға бәйле, һөҙөмтәле һалым контролен тормошҡа ашырыу маҡсаты булып, һалымдарҙы иҫәпләүҙә бындай кире күренештәрҙе асыҡлау, шулай уҡ нигеҙле дәлилдәр базаһын йыйыу тора.
 
Төҙөлөш ташы сығарыусы предприятиеның күсмә һалымын тикшереү, һуңынан уны эшкәртеү барышында, һалым түләүсе файҙалы ҡаҙылманың төрөн һәм күләмен дөрөҫ билдәләмәгәнлеге асыҡлана. Был файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым буйынса һалым һалыу базаһын кәметеүгә һәм һалымды тулыһынса түләмәүгә килтерә.
 
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалымды иҫәпләү өсөн төрлө фракцияларҙың тауар продукцияһы рәүешендә сығарылған файҙалы ҡаҙылма - төҙөлөш ташы күләме, шулай уҡ уны һатыуҙан килгән бөтә килем иҫәпкә алынырға тейеш.
Күсмә һалым тикшереүе барышында тулы һәм нигеҙләнгән дәлилдәр базаһы йыйыла һәм файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға 50 миллион һумдан ашыу һалым өҫтәлә, шулай уҡ финанс санкциялары ҡулланыла.
 
Хөрмәтле һалым түләүселәр, бындай хаталарға юл ҡуймағыҙ! Бюджетҡа һалымдарҙы иҫәпләү һәм түләү өсөн һалым һалыу базаһын формалаштырғанда иғтибарлы булығыҙ. 
 
Наталья РУМЯНЦЕВА, Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара федераль һалым хеҙмәтенең 2-се күсмә тикшереүҙәр бүлеге начальнигы. 
Автор: