

Район буйынса Эске эштәр бүлегенең дежур бүлегенә бер миллион һум аҡса урлау тураһында ғариза менән ҡатын мөрәжәғәт итте.
Ғариза биреүсенең һүҙҙәре буйынса, уға билдәһеҙ кешенән шылтыратыу килә, ул үҙен поликлиника хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул уға бушлай диспансерлаштырыуға яҙылырға тәҡдим итә. Артабан ҡатынға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыуҙар килә, улар мутлашыусылар уның исеменән ышаныс ҡағыҙы алырға маташыуын хәбәр итә. Был ҡағыҙ уларға аҡса алыу һәм артабан күрше дәүләттең иҫәбенә күсереү өсөн кәрәк. Ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолоу өсөн мутлашыусылар ҡатындың бөтә аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә.
Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар! Полиция иҫкәртә: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем тип таныштыра ала, һәр шылтыратыусыға ышанмағыҙ, бер ниндәй ҙә һылтау менән аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - бер ниндәй ҙә “хәүефһеҙ иҫәп”тәр юҡ!
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.