Рәсми бүлек
27 Июня 2025, 06:35

Малың барҙа - һыйың бар

Элек ауылдарҙа һәр бер ихата мал-тыуар һәм ҡош-ҡорттар менән тулы булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Малың барҙа - һыйың барМалың барҙа - һыйың бар
Малың барҙа - һыйың бар

Күптәрҙә ауыл һәр ваҡыт һыйырҙар, аттар, һарыҡтар һәм йорт ҡоштары менән ассоциациялана. Әммә хәҙер ауыл кешеләре йорт хайуандарһыҙ йәшәүҙе хуп күрә. Сөнки һыйыр ағын, аҡсаң ғына булһын, магазиндан һатып алырға була. Шулай ҙа, әле лә ауырлыҡтарға зарланмаған, кәртә тултырып мал-тыуар аҫраған уңған хужалар бар. Йорт хайуандарының ауырыуҙары, уларҙы иҫкәртеү,  нисек тәрбиәләү тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға район-ҡала ветеринария станцияһы ветеринар табибы Илдар ВӘЛИӘХМӘТОВ яуап бирҙе.


► Ни өсөн себештәрҙең аяҡтары тотмай? Ике ай дауамында мотлаҡ махсус аҙыҡ (корм) бирергәме? Уларға ниндәй витаминдар кәрәк?
 
- Тәү сиратта себештәр торған урын таҙа, йылы, иркен булырға, ел үтә өрөп тормаҫҡа тейеш, сөнки улар температура үҙгәреүенә бик һиҙгер. Әгәр төнөн һыуыҡ булһа, уларҙың аяҡтарына һыуыҡ үтә, шунан улар баҫа алмай башлайҙар, ауырыйҙар, баштарын аҫҡа эйеп ултыралар, һуңынан үләләр.

Йәнә торған урындары һәр ваҡыт яҡтылыҡ менән тәьмин ителһен, Д витаминына ҡытлыҡ булмаһын өсөн ультрафиолет нурын алырға тейештәр. Күп нәмә, әлбиттә, туҡланыуҙан килә - аҙыҡтарында витаминдар, минералдар, кальций, фосфор, Д витамины мотлаҡ булһын. Бер төрлө ризыҡ ашатыу ҙа  насар тәьҫир итә.

Икенсенән, уларҙың үҫешенә ауырыуҙар ҡамасаулай. Инфекциялы ауырыуҙарға килгәндә, кокцидиоз, тендовагинит, Марека ҡоштарҙа йыш осрай. Был сирҙәр себештәрҙең терәү-хәрәкәт апараттарына зыян килтерә.

Ҡоштарҙың һәр береһенең үҙенең үҙенсәлеге,  тауыҡ, күркә, ҡаҙ, өйрәктәрҙең һәр береһенең ауырыуҙары, ашатыу ҡағиҙәләре төрлөсә. Ҡоштарҙың эргәләрендә һәр ваҡыт эсәр һыу булыуы мөһим. Ниндәй генә себешкә лә үлән мотлаҡ кәрәк. Улар уны тартҡыларға, йолҡҡоларға тейеш, был осраҡта муйындарындағы мускулдары нығына һәм себештәр тиҙ үҫә. 

Әгәр ҡош сирләһә, тәү сиратта уларҙы айырырға кәрәк (йоғошло ауырыу булһа, башҡаларына йоҡмаһын өсөн), йылы, ҡоро урында тоторға, ветеринарға күрһәтеп, дауалау ысулын һайларға, кәңәштәр алырға кәрәк. Халыҡ дауаһына килгәндә, бындай осраҡта аҡ сәскә (ромашка), һарымһаҡ төнәтмәһен, витаминдар эсерергә була. 

Ҡоштар өсөн завод етештергән махсус емдәр була. Ул ҡоштоң төрөнә һәм нисә көнлөк булыуына ҡарап айырыла. Был аҙыҡ барлыҡ туҡлыҡлы матдәләр менән тулыһынса балансланған - унда уларҙың организмына кәрәкле бөтә витаминдар, минералдар, концентраттар бар. Махсус аҙыҡтарҙың тыуғандан алып бер айғаса (стартовый) һәм бер айҙан һуң һимертеү ҡатнаш аҙығы (откормочный) бар.  Шунлыҡтан ҡоштар яҡшы үҫә, ауырыуҙарға бирешмәй. Дөйөм алғанда, төп ризыҡ - ем ҡатнашмаһы. Шулай уҡ өй шарттарында аҡбур, бешкән картуф, алма, емештәр, үҫеүгә булышлыҡ итеүсе аҡһым-витамин өҫтәмәләре (премикс) бирергә була. Үләнде ваҡлап турап, уға кәбәк (отруби), иген онтағы (дробленка) ҡушып болғап ашатыу яҡшы.
 
► Бер айлыҡ себеште ашарға яраймы?
 
- Өйрәктәрҙе 2 айҙан, бройлерҙарҙы - 60-80 көндән, ҡаҙҙарҙы - 6-7 айҙан, күркәләрҙең иртә  өлгөргәндәрен - 4,  һуң өлгөргәндәрен 7 айҙан һуйырға ярай. Рәсәй Федерацияһының ветеринария тураһындағы законына ярашлы ҡош-ҡорттарҙы 14 көнгә тиклем һуйыу ҡәтғи тыйыла!
 
► Быҙауҙарҙағы беломышка ауырыуы менән нисек көрәшергә?
 
 - Был Башҡортостанда, айырыуса беҙҙең районда киң таралған сир. Ул селен һәм Е витамины етешмәгәндән барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, ул һыйырҙарҙа ла була, әммә һиҙелмәй. Күпселек осраҡта яңы тыуған быҙауҙар һәм 2-6 айлыҡтарҙа осрай. Был ауырыу нимәнән ғибәрәт - уларҙың мускулдары тотмай башлай, аппетиттары юғала, хәлдәре бөтә, артҡы аяҡтарында порез, паралич күҙәтелә. Сирҙе иҫкәртеү маҡсатында беҙ, ветеринарҙар, Е-Селен, Седимин тигән препараттарҙы эшләйбеҙ. Уларҙа селендан тыш тимер, йод, Е витамины, магний һәм башҡалар бар. Әгәр ваҡытында был вакциналарҙы эшләмәгәндә, быҙауҙар аяҡтарынан яҙа, күбеһе үлә. 

Профилактикаға килгәндә, тәү сиратта, быҙау тыуғас һәм тәүге айҙарҙа әсә һөтөн имергә тейеш. Шулай уҡ һыйырҙарға ҡасыр алдынан витаминдарға бай туҡлыҡлы аҙыҡ ашатырға кәрәк, йәнә быҙауларға 1-2 ай ҡалғас, витаминдар эшләйҙәр. Шулай итеп, быҙау ҡарында саҡта уҡ кәрәкле матдәләр, витаминдар менән тәьмин ителә. Беҙҙең районда тупраҡта селен бик аҙ,  ә үләндәр был матдәне тап тупраҡтан ала. Әйткәндәй, селен шалҡандың, кишерҙең, бәпембәнең япраҡтарында күп була. 
 
► Йәйге быҙауҙар ни өсөн ҡышын тыуғандарына ҡарағанда сибегерәк була һәм был хәл булмаһын өсөн нимә эшләргә? Йәйге быҙауҙарҙы ниндәй сирҙәр һағалай?
 
- Ул күп осраҡта һыйырҙың физиологик үҙенсәлегенән, хужаһының ниндәй шарттарҙа тотоуынан, нисек ашатыуынан тора. Ҡыш быҙаулаған һыйырҙар быуаҙ саҡта көҙөн йәшел үлән менән  туҡланып, организмдарын витаминдар менән байытып ҡала һәм быҙауҙар ҡарында саҡта уҡ ныҡ була. Йәнә ҡышҡы быҙауҙар түбән температурала тиҙерәк адаптация үтә - уларҙың матдәләр алмашыныуы яҡшы эшләй, аппетиттары яҡшы була, бесән ашап өйрәнә һәм ашҡаҙандарында файҙалы микрофлора барлыҡҡа килә. Һалҡын һауала бактериялар, микробтар үрсемәй, был да улар өсөн яҡшы. Йәнә ҡышын мал һәр ваҡыт кәртәлә һәм режим менән, йыш, йылы һөт эсә. Ә йәйгеһен һыйырҙы иртә менән урманға, көтөүгә сығарып ебәрәләр һәм быҙау көнө буйы, 10-12 сәғәт һөтһөҙ тора. 

Эҫелә быҙауҙар хәлһеҙ була, күберәк ята, әҙ ашай, һуңынан уларға витаминдар етешмәй башлай һәм организм талабы буйынса тупраҡ, бысраҡ ялайҙар, һуңынан ошо сәбәпле эстәре китә.

Йәйге лә, ҡышҡы ла быҙауҙарҙы бер үк сирҙәр һағалай. Инфекцион ауырыуҙарға килгәндә, паратиф, колибактериоз,  криптоспоридиоз;  йоғошһоҙҙарҙан - рахит, диспепсия (эс китеүе), тимпания (эс ташыуы). Инфекцион ауырыуҙарҙан профилактика өсөн вакцина эшләнә, ә йоғошһоҙ ауырыуҙарҙың булыу-булмауы быҙауҙарҙың нисек һәм нимәләр ашауы, аҫрау торошонан тора.   
 
► Йәйен тыуған ҡолондарға ниндәй ауырыуҙар янай? Ғөмүмән, был ауырыуҙар тураһында халыҡҡа нимәләр белергә кәрәк? 
 
- Улар араһында күпселек осраҡта сальмонелез, колибактериоз, клостридиоз,  ринопневмония, бронхопневмония, вируслы диарея, гельминтоз осрай. Ҡолондар тыуғанда бик нескә, көсһөҙ булалар. Бейәләр, аттар һәр ваҡыт тиерлек иректә йөрөй, тик декабрь, ғинуарҙа ғына аҙбарға индерелә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бейәләргә ҡарау етмәй,  һәр ваҡыт тибенлектә, үҙ-үҙҙәренә аҙыҡ табып көн итәләр. Уларҙы ҡолонлағансы өйҙә тотоу яҡшыраҡ. Һуңынан ҡолон нығынғансы, кәмендә 10-15 көн кәртәлә тотоу мотлаҡ. Ә беҙҙә киреһенсә, бейә яланда ҡолонлай, хужаһы уны күрмәй ҙә, белмәй ҙә, тәрбиәләмәй ҙә. 
 
► Һыйырҙарҙа электән килгән ауырыуҙар менән нисек көрәшергә? Һәм был сирҙәрҙе өй шарттарында нисек дауаларға (ветеринарҙан тыш)? 
 
- Һыйырмы, быҙаумы ауырый икән, үҙ аллы дауаларға ашыҡмағыҙ, ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ. Юғиһә был хәлдең күңелһеҙ тамамланыуы бар. Академик И.П. Павлов юҡҡа ғына: “Медицина табибы кешене дауалай, ә ветеринар - кешелекте” тимәгән.

Һыйырҙарҙың бөтә ауырыуҙарының да тәүге билдәһе - хайуандың һүлпәнлеге, ул хәрәкәтһеҙ ята йәки башын төшөрөп тора, күҙҙәре тоноҡлана. Һыйырҙың аппетиты һиҙелерлек кәмей, ул хатта көйшәүҙән туҡтай.

Малдың нормаль температураһы 37,5-39,5°С тип иҫәпләнә, һалҡын тейеү менән сирләгәндә ул, ҡағиҙә булараҡ, арта, ә ағыуланғанда норманан түбән төшә. Ауыр осраҡтарҙа биҙгәк барлыҡҡа килә, шул уҡ ваҡытта тын алыу йышлығы ҡырҡа арта, бигерәк тә үпкә шешеүе ваҡытында.

Күп йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, эре мал ауырыуҙарының күпселегенең сәбәбе - насар ашатыу. 

Хайуандарға насар сифатлы аҙыҡ биреү, аҙыҡта теге йәки был кәрәкле элементтарҙың булмауы, туҡланыуҙың дөрөҫ булмаған режимы тора.

Һыйырҙарҙың киң таралған ауырыуҙары булып диарея, аш һеңдереү юлының тығылыуы, тимпания, мастит, диспепсия (эс китеүе),  бронхит һәм үпкә шешеүе, туберкулез, бруцеллез, бешмә, ашҡаҙан алды  атонияһы тора.

Инфекцион ауырыуҙарҙың көтөүҙәге башҡа малдарға эләгеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Был ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүенә аҙыҡ етмәү, һыйыр аҙбарының ҡараңғы, дымлы һәм насар елләтелгән булыуы булышлыҡ итә. Шулай уҡ ауырыуҙар булыу-булмауға диагностик тикшереүҙәр үткәрергә һәм хайуандарҙы ваҡытында прививкаларға кәрәк. Ауырыу һыйырҙарҙан алынған һөттө ҡулланырға ярамай. Бөтә ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн йылына ике тапҡыр һыйыр аҙбарын дезинфекциялау зарур. 


Әгәр хайуан ауырып китһә, дауалауҙы тиҙ арала ойоштороу һәм ауырыуҙың таралыуын иҫкәртеү буйынса саралар күрергә кәрәк. Хайуан ауырыуҙары билдәләрен белеп кенә кәрәкле ғәмәлдәрҙе дөрөҫ һәм ваҡытында башҡарырға мөмкин. 
 

Автор:Расима Салихова