Рәсми бүлек
3 Июля 2025, 10:06

"Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙыла"

Йыл һайын 3 июлдә Рәсәйҙә Дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙыла""Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙыла"
"Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙыла"

Уларҙы халыҡ ғәҙәттә “гаишниктар”, “ДПСниктар” тип атай, улар тураһында анекдоттар сығаралар, комедия фильмдары төшөрәләр. Әммә юл-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең эшендә юморға урын юҡ - барыһы ла бик ҡаты һәм етди. Теләһә ниндәй һауа торошонда һәм тәүлек эсендә инспекторҙар хеҙмәт итә: беренселәрҙән булып юл-транспорт ваҡиғаһы урынында булалар, зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтәләр, ҡағиҙә боҙоусыларҙы эҙәрлекләйҙәр, уларҙы ҡулға алалар. Көндән-көн улар юлдарҙа аварияларҙы һәм йәрәхәтләнеүҙе кәметеү, кеше ҡорбандарын булдырмау өсөн бар көсөн һала.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса дәүләт автоинспекцияһы начальнигы, полиция майоры Евгений Изотов Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары көнө алдынан матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, район-ҡала биләмәһендә юл-транспорт ваҡиғалары менән бәйле хәлдәр, ниндәй  юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙар йышыраҡ теркәлеүе, уларҙы иң ныҡ борсоған проблемалар хаҡында бәйән итте.

- Йыл башынан район-ҡалала 25 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 9 кешенең ғүмере ҡыйылды, 33 кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа үлемесле осраҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, уҙған йылда  йәмғеһе 9 кеше һәләк булһа, быйыл ярты йыл эсендә генә ошо уҡ һан.

Иң күп авариялар Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында теркәлә. Айырыуса, Межгорье ҡалаһы боролошонда (157-се саҡрымда). Яңыраҡ “LADA Priora” һәм “Volkswagen”  автомобилдәре бәрелеште. Бер йыл элек кенә руль артына ултырған тәжрибәһеҙ водитель Ҡазан ҡалаһына Wildberries интернет-магазинына эшләргә юлланған булған.  Руль менән идара итеүҙе юғалтып, ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм “Volkswagen”ға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә, автомобилдәге 3 кеше һәм “Volkswagen”  пассажиры һәләк булды.  

Йәнә бер ҙур авария ҡаланың Блюхер урамында теркәлде. 31 йәшлек Белорет егете яңы ғына һатып алған “Ford Mustang” автомобиле менән Мәскәүҙән ял итергә ҡайтҡан булған. Спиртлы эсемлектәр ҡулланған килеш руль артына ултыра һәм идара итеүҙе юғалтып, ҡаршы һыҙаттағы 22 йәшлек ир идара иткән “Hyundai Creta” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, “Hyundai” водителе һәм уның 16 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Әммә бәлиғ булмаған пассажирҙың ғүмере өҙөлә. Шулай уҡ 27 йәшлек “Ford” пассажирына медицина ярҙамы талап ителә. Водителдәрҙе тикшергәс,  уларҙың икеһенең дә иҫерек булыуы билдәле була.

Июнь башында Катайка һәм Шушпа ауылдары араһында 45 йәшлек ир “LADA Granta” автомобиле менән идара итеүҙе юғалып, Ағиҙел йылғаһына төшөп китә. Автомобиль водителе батып үлә, уның пассажиры, ҡотҡарыусылар тарафынан деблокацияланғандан һуң, дауаханаға оҙатыла. 

Күпселек юл-транспорт ваҡиғалары эскән килеш руль артына ултырғандан,  тәжрибә юҡлыҡтан, водитель таныҡлығы булмайынса закон боҙоп автомобиль менән идара иткәндән килеп сыға.  

Әле урамдарҙа мотоциклдар, питбайктар, квадроциклдар, скутерҙар “шоу”ы бара. Улар артында ултырған бала-сағалар водитель таныҡлығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында ябай мәғлүмәттәргә эйә булмайынса юлға сыға, дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөй. Һөҙөмтәлә, юл-транспорт ваҡиғаһына тарып, улар етди яраланырға йәки ғүмерҙәре өҙөлөүе мөмкин. Йәнә улар “тимер ат”тарының тауыш кәметкестәрен (глушитель) сисеп ала һәм киске ваҡытта кешеләргә ял итергә ҡамасаулайҙар. Бының өсөн уларға 500 һум штраф һалыу тейешле һөҙөмтә бирмәй. Мопед, скутер, мотоцикл, тейешле хоҡуғы булмаған транспорт менән идара иткән өсөн бәлиғ булмаған водителгә 16 йәше тулғандан һуң, Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡ янай (5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф), шул уҡ ваҡытта транспорт сараһы тартып алына һәм штрафстоянкаға ҡуйыла. 

16-18 йәшлек үҫмерҙәрҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙарын бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ҡарай. Водителгә 16 йәш тулмаған осраҡта, уның өсөн законлы вәкилдәр (ата-әсәләр йәки опекундар) яуап бирә. 

Ҡайһы берәүҙәр мототехника менән идара итеү өсөн таныҡлыҡ 16 йәштән бирелә тип уйлай. Был бөтә категориялар өсөн дә ҡаралмаған. Рәсәйҙең ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, 16 йәшкә еткәс “М” һәм “А” категориялы транспорттар менән идара итеү рөхсәт ителә. Әлегә беҙҙең районда бәлиғ булмағандарҙы был категорияларға уҡытыу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән белем биреү ойошмаһы юҡ. Бәлиғ булмаған бала автомәктәпкә уҡырға, теоретик курс үтергә бара ала, әммә практик дәрестәргә уны индермәйҙәр. Шулай итеп, ул водитель таныҡлығын 18 йәше тулғас ҡына ала. 

Ата-әсәләр балаларына мотоциклдар һатып алғанда уның эҙемтәләрен, бер-бер хәл булған осраҡта бала фажиғәгә эләгерен уйламай. Был хәл бөтә Башҡортостан буйлап күҙәтелә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында 31 ноябргә тиклем  “Мотоцикл” акцияһы бара. Акция сиктәрендә бөгөнгө көндә 86 мотоцикл штрафстоянкаға ҡуйылды. Шуларҙың 2 бәлиғ булмаған водителе ҡабаттан 204-се кодекс буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырылды. 32 ата-әсәгә үҙ хоҡуҡтарын үтәмәгән өсөн  5.32-се статья буйынса штраф һалынды. Шулай уҡ ата-әсәләрҙе водитель таныҡлығына эйә булмаған балаларына транспорт тапшырған өсөн 12.7-се статьяның 3-сө өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ. Был 30 мең һум штраф тигәнде аңлата. Уларға бынан тыш штрафстоянкала транспортты һаҡлаған өсөн сығымдарҙы түләргә кәрәк, был да аҙ сумма түгел. Йәнә 14 бәлиғ булмаған (16-18 йәшлек) водителдәр 12.8-се статья буйынса (иҫерек килеш транспорт менән идара итеү) енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Был мәсьәләне беҙ генә хәл итә алмайбыҙ. Ата-әсәләр балаларына мотоцикл һатып алыуҙың нимәгә килтерәсәген үҙҙәре аңлап, был уйҙарынан баш тартыу ғына ярҙам итәсәк. 

Коллективыбыҙ эшсән, тырыш, йәштәр күп, беҙ уларҙы барыһына ла өйрәтәбеҙ, уҡытабыҙ, бөтә йүнәлештәр буйынса ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Был аҙнала ғына беҙгә 3 йәш хеҙмәткәр килде. Уларҙы әлегә район буйынса эске эштәр бүлегенә эшкә ебәрҙек,  уҡыуҙарын тамамлағас, беҙгә хеҙмәткә киләсәктәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдә үткән реформаларҙан һуң,  законда яҙылмаһа ла, юғары юридик белеме булмаған кандидаттар эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителмәй. 

Беҙҙең штатта йәмғеһе 9 кеше, юл хәрәкәте һағында взвод командиры менән бергә 11 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа техник сараларҙы йәлеп итеү арҡаһында, штат ҡыҫҡартылды.  Юлға төнөн һәм көндөҙ берешәр экипаж сыға. Көн һайын тиерлек кәмендә 3 авария теркәлеп тора. Камералар торған урындарҙы водителдәр яттан белә һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмай, әммә икенсе урында тыйыуҙарға буйһонмай һәм юл-транспорт ваҡиғаһына тарый.  

Төп проблемаларға килгәндә, яңы патруль машинаһы, алкотекторҙар, һәм башҡа эштә ҡулланған техник саралар талап ителә. Һәр бер автомобиль  техник саралар менән тулыһынса комплектланған булыуы кәрәк. 

Муниципаль район хакимиәтенә 15 авгусҡа тиклем юл билдәләре күренеп торһон өсөн, уларҙы ҡаплап торған ағас-ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу, 26 авгусҡа тиклем юлдарҙы ямап бөтөү буйынса срок ҡуйылды.

Беҙ дәүләт автоинспекцияһына йөкмәтелгән барлыҡ бурыстарҙы һәм функцияларҙы үтәйбеҙ, хеҙмәткәрҙәребеҙ юл хәрәкәте именлеген контролдә тота, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың тәртибен көйләй, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәте законға ҡаршы ғәмәлдәрҙе туҡтата, административ-юрисдикция функцияларын үтәй, ваҡиғаларҙы объектив тикшереү һәм ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу буйынса саралар күрә, сәбәптәрҙе иҫәпкә ала һәм юл-транспорт ваҡиғаһын анализлай. Был  көндәлек хеҙмәт ыңғай һөҙөмтәләр бирә, шул иҫәптән ҡанундарҙы иҫкәртеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү йәһәтенән дә. Бынан тыш, юл хәрәкәте именлеген пропагандалау буйынса системалы эшмәкәрлек алып барабыҙ, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында балалар һәм ата-әсәләр менән әңгәмәләр ойошторабыҙ, Интернет селтәрендә роликтар, мәҡәләләр урынлаштырабыҙ, аңлатыу эштәре алып барабыҙ.

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар бер-береһен ихтирам итһендәр, ярҙамсыл булһындар, ә йәйәүлеләр юл аша сыҡҡанда юл аша йүгермәһендәр, сөнки тимер “атты” бер секундта туҡтатып  булмай. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ҡан менән яҙыла тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Гәзит уҡыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ теләйем! - тине Евгений Михайлович әңгәмәне йомғаҡлап.

Автор:Расима Салихова