

Һәйкәл Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең 8 хеҙмәткәренә арналған.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский, район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев, шәхси состав, ветерандар һәм район буйынса эске эштәр бүлегенең Йәмәғәт советы ағзалары ҡатнашты.
Район буйынса эске эштәр бүлеге етәкселеге һәм ветерандар советы ҡарары менән мемориал әҙерләү һәм ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Кәрәкле аҡса ҡалаһы предприятиелары һәм ойошмаларының хәйриә ярҙамы, шәхси состав һәм бүлек ветерандарының иғәнәләре арҡаһында йыйыла. Мемориалды төҙөү буйынса проект етәксеһе - Тимур Ғайсар улы.
Александр Воронежский һәйкәлде асып, мемориал йәш полиция хеҙмәткәрҙәренә, граждандарға, бигерәк тә үҫеп килгән быуынға, уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүҙә айырым роль уйнар, тигән ышанысын белдерҙе.
Александр Валерьевич һәләк булған иптәштәренең ғаилә ағзаларына сабырлығы һәм сыҙамлығы өсөн, шулай уҡ ветерандарға һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә намыҫлы хеҙмәте һәм һәләк булған коллегалары тураһында хәтерҙе һаҡлауы өсөн рәхмәт белдерҙе. Сара барышында республика министрлығы башлығы һәйкәл төҙөү буйынса эшсе төркөмгә рәхмәт белдерҙе һәм уларға Башҡортостан Эске эштәр минстрлығының наградаларын тапшырҙы.
Мемориалды асыу йәмғиәттә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп хәүефһеҙлек һәм тәртип тәьмин итеүселәрҙең хәтерен мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән мөһим ваҡиға булып тора.
Мемориал районы милицияһы һәм полицияһы хеҙмәткәрҙәре иҫтәлеген мәңгеләштерә: Белорет халыҡ милицияһы начальнигы Иван Яковлевич Ульянов, Инйәр милиция бүлексәһе начальнигы Рудольф Миҙихәт улы Ғәлиев, дәүләт автоинспекцияһы инспекторы Ирек Зиннур улы Хисмәтуллин, пост-патруль хеҙмәтенең рота командиры Виталий Рәил улы Әхмәтйәнов, милицияның пост-патруль хеҙмәтенең айырым рота милиционеры Рушан Фәйзрахман улы Дәүләтбаев, иҡтисади именлек бүлексәһе оперуполномоченныйы Айвар Исмәғил улы Сәйетов, пост-патруль хеҙмәте милиционеры-водителе Ғәлим Ғәйфулла улы Баһаутдиновы һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы Ринат Рәйес улы Сәйфуллин.
Тантанала ҡатнашыусылар геройҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды һәм мемориалға сәскәләр һалды.
Район буйынса эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәте.