Рәсми бүлек
19 Июля 2025, 12:54

Хеҙмәт алдынғылары

Хеҙмәт алдынғылары

Добавить в предпочтительные источники Google
Хеҙмәт алдынғыларыХеҙмәт алдынғылары
Хеҙмәт алдынғылары

Агросәнәғәт комплексы системаһында 30 йылдан ашыу эшләгән, хужалығында 250 баштан ашыу эре мал тотҡан, йылына 130 тоннаға тиклем һөт продукцияһын һатҡан,  юғары профессионализмға, тоғролоҡҡа һәм үҙ һөнәре өсөн бурыс тойғоһона эйә крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Биктимер Ғәлин.

Үҙ-үҙенә ярҙам итеү өсөн ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған коммерцияға ҡарамаған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ етештереүҙе, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары һәм кейем йыйыу һәм ебәреү менән шөғөлләнеүҙе тормошҡа ашырған “Инйәр” ойошмаһын булдырыусы , үҙенең гражданлыҡ позицияһын, шәфҡәтлелеген һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә теләген әүҙем күрһәткән Инйәр ауыл советы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Асия Йосопова.

“Терра Башҡортостан” сараларында, “Башкорт аты” фестивалендә, Башҡортостан Республикаһының район һабантуйҙарында әүҙем ҡатнашҡан, 120-нән ашыу баш ат тотҡан,  2018 йылдан агросәнәғәт комплексы системаһында әүҙем эшмәкәрлек алып барған, райондың әүҙем үҫешкән йәш крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Айгиз Вәлиев.

Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған,  шәхси гигиена сараларын, медикаменттар һәм башҡа тәү кәрәкле сараларҙы госпиталдәргә йыйыу һәм ебәреүҙе тормошҡа ашырған, Үҙ иленә ярҙам итеү һәм үҙ зонаһындағы ватандаштарына ярҙам итеү теләге менән янып йәшәгән Үҙән урта мәктәбюенең сит телдәр уҡытыусыһы Лилия Соколова.

“Атайсал - бәләкәй Тыуған ил” проектында әүҙем ҡатнашҡан, даими рәүештә гуманитар ярҙам күрһәткән һәм уны махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарыбыҙға шәхсән алып барған (төҙөлөш материалдары, пилотһыҙ осоусы апараттар, мобиль мунса, РЭБ саралары, запас частар һ.б.), үҙенең әүҙем ярҙамы өсөн хәрби частар командирҙарынан Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән крәҫтиән- фермер хужалығы етәксеһе Дмитрий  Дмитриев.

Махсус хәрби операция зонаһына ебәрер алдынан транспорт сараларын әҙерләүҙә, ремонтлауҙа, комплектлауҙа һәм техник хеҙмәтләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ирекле һәм бушлай ярҙам күрһәткән “Автодеталь”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесары Артур Шәйәхмәтов.

 Махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өсөн әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған, “Сети Тирляна для СВО” төркөмөнөң әүҙем ҡатнашыусыһы (бер йыл эсендә балалар баҡсаһы коллективы менән бергә 7000-дән ашыу ҡоро душ комплекты ебәрелгән, селтәрҙәр бәйләнгән, яралылар өсөн кейемдәр тегәләр),тормош иптәше менән яугирҙар өсөн УАЗ машинаһын ебәргән Тирлән ауыл клубы мөдире Лилия Бабенко.

Махсус хәрби операция зонаһына юлланған транспорт сараларын диагностикалау һәм техник йыһазландырыуҙы тормошҡа ашырған, махсус хәрби операция зонаһына 20 гуманитар конвойҙа водитель булған,  техник эксперт-водитель Денис Степанов.

.Даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйған һәм ебәргән (кейем тегәләр, селтәрҙәр бәйләйҙәр, медикаменттар йыялар, госпатәлдәр, махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә кәрәкле ҡорамалдары, бер йылда 1000-дән ашыу окоп шәмдәре, 9 дана инвалид коляскаһы етештергәндәр һәм оҙатҡандар), БМК-11 ветерандары Советы рәйесе Елена Белякова.

 Махсус хәрби операция зонаһында яугирҙарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн компьтер техникаһы, инженер-техник һәм электрон саралар рәүешендә яугирҙарға гуманитар йөк әҙерләү, йыйыу һәм ебәреүҙе тормошҡа ашырған, деталдәрҙе күрә, хәлде анализлай, проблемаларҙы асыҡлай һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итә белгән техник-инженер Алексей Копьев.

 

 

Автор:Расима Салихова