Рәсми бүлек
26 Августа 2025, 11:56

Мутлашыуға ҡаршы әңгәмә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге начальнигы Ләйсән Кәшбиева “Форест” ойошмаһының хеҙмәт коллективы менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мутлашыуға ҡаршы әңгәмәМутлашыуға ҡаршы әңгәмә
Мутлашыуға ҡаршы әңгәмә

Ләйсән Мәүлит ҡыҙы мутлашыу эштәренең киң таралған ысулдары, енәйәттәрҙең был төрөн башҡарыу статистикаһы, шулай уҡ үҙеңде һәм яҡындарыңды нисек һаҡларға кәрәклеге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Йыл башынан алып район халҡы ғына енәйәтселәр иҫәбенә 40 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ай һайын ошондай әңгәмәләр үткәрһә лә, граждандар мутлашыусыларға ышаныуын дауам итә һәм уларға СМС-хәбәрҙәрҙәргә килгән кодтарҙы хәбәр итә. Ләйсән Кәшбиеваға эшселәр ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм интернет-алдаусыларға ҡаршы тороу темаһына иғтибар итте.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

 

Автор: