

Шәхси тикшереү барышында ҡатында онтаҡ һымаҡ матдә менән полимер пакет табыла һәм тартып алына. Экспертиза күрһәтеүенсә, тартып алынған матдә наркотик булып сыға, ауырлығы яҡынса 1,1 грамм.
Шулай уҡ ошо уҡ көндө енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре 25 йәшлек егетте ҡулға ала. Шәхси тикшереү барышында шулай уҡ онтаҡ һымаҡ матдә һалынған пакет табылған һәм тартып алынған. Экспертиза һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, был матдә шулай уҡ наркотик һәм уның дөйөм ауырлығы яҡынса 1,7 грамм тәшкил итә.
Ғәйепләнеүселәр ҡылған ғәмәлдәрен таныған. Уларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Полиция граждандарға наркотик матдәләр, психотроп матдәләр йәки наркотик матдәләр булған үҫемлектәрҙе һаҡлау, ташыу, әҙерләү, таратыу факттары тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының “Ышаныс телефоны”на - 8(347) 279-32-92 шылтыратып, хәбәр итә алыуын иҫкә төшөрә.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.