Рәсми бүлек
22 Сентября 2025, 06:21

Һүрәттәр конкурсында ҡатнаштылар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре балалары “Минең атай-әсәйем полицияла эшләй” Бөтә Рәсәй һүрәттәр конкурсында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һүрәттәр конкурсында ҡатнаштыларҺүрәттәр конкурсында ҡатнаштылар
Һүрәттәр конкурсында ҡатнаштылар

6-14 йәшлек йәш рәссамдар ата-әсәһенең эшенә үҙ ҡарашын һүрәттәре аша белдерҙе.

Хеҙмәткәрҙәрҙең балалары был конкурста үҙҙәрен ысын рәссамдар итеп күрһәтеп, ҙур теләк менән ҡатнашты. Балалар район-ҡалабыҙҙа тәртип һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡыйыу эштәрен һүрәтләне.

Был конкурс үҫеп килгән быуынға ата-әсәләренең эшенең мөһимлеге, яуаплылығы һәм ҡатмарлылығы темаһына күберәк үтеп инергә ярҙам итте. Шулай уҡ бындай йүнәлештәге конкурстар патриотизм, ғаилә ҡиммәттәре, яңы бейеклектәрҙе яуларға ынтылышты тәрбиәләй.

Һәр ҡатнашыусыға яңы еңеүҙәр һәм ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: