Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
1 Октябрь 2025, 10:23

Мутлашыусылар шылтыратҡан

02 хәбәр итә.

Мутлашыусылар  шылтыратҡан
Мутлашыусылар шылтыратҡан

Уҙған ял көндәрендә күп кенә хаҡлы ялдағы кешеләр район буйынса эске эштәр бүлегенә билдәһеҙ кешеләрҙең стационар телефондарға шылтыратыуҙары тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Ят кешеләр хеҙмәттәр күрһәтеү килешеүен оҙайтыу һылтауы менән үҙҙәрен “Ростелеком” компанияһы хеҙмәткәрҙәре булып таныштыра, шулай уҡ льготалы тариф тәҡдимдәре менән паспорт мәғлүмәттәрен һәм кеҫә телефондары номерҙарын һорай. Артабан был мәғлүмәт менән мутлашыусылар кеҫә телефонына шылтыратып, кодтарҙы әйтергә ҡушалар. Һөҙөмтәлә был уларҙың карталарынан аҡса юҡҡа сығыуға килтерә.

Хөрмәтле граждандар! Төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе телефон аша белмәйәсәк, бындай ғәмәлдәрҙе бары тик мутлашыусылар ғына башҡара. Таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, шылтыратыусының үтенесе буйынса өсөнсө кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәрен тапшырмағыҙ. СМС-хәбәр кодтарын атамағыҙ, уларҙы мутлашыусылар ғына һорауын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас