Был сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыу өсөн уҙғарылды.
Ағымдағы йылдың 21 апреленән 16 сентябренә тиклем табиптарҙың күсмә бригадалары 350-гә яҡын тораҡ пункта булған, 170 меңдән ашыу ҡабул итеү һәм 40 мең тикшереү үткәргән, 33 меңдән ашыу кешене ҡабул иткән. Акция барышында ауыл халҡы шулай уҡ белгестәрҙән консультация, тәҡдимдәр һәм беренсел медицина ярҙамы алды.
Ниндәйҙер сиргә шик тыуған осраҡта йәки ауырыу асыҡланған хәлдә бөтә граждандар диагнозды аныҡлау, дауалау өсөн тикшереүгә ебәрелде һәм контролгә алынды. Табиптарҙың эш һөҙөмтәләре буйынса пациенттарҙа 27 меңгә яҡын сир асыҡланған, шуларҙың 12 меңе тәүге тапҡыр диагностикаланған. 4 меңгә яҡын пациентта, йәғни ҡабул итеүгә килгән һәр 8-се пациентта социаль әһәмиәтле ауырыуҙар булыуы ихтималлығы асыҡланған. Иң хәүефлеләре араһында - шәкәр диабеты (588 кеше), яман шеш (195 кеше), туберкулез (8 кеше). Тар белгестәрҙең ярҙамына мохтаж булғандар Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына, Республика кардиология үҙәгенә, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына тикшереүгә ебәрелгән.
Башҡортостан халҡында сәләмәтлек поездары ҙур һорау менән файҙаланыла, шуға күрә уларҙың эше 2026 йылдың яҙында йәнә дауам итәсәк.
Диспансерлаштырыу социаль әһәмиәтле сирҙәре: ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарын, яман шеште, шәкәр диабетын, хроник үпкә ауырыуҙарын иртә асыҡлауға һәм ваҡытында дауалауҙы тәғәйенләүгә йүнәлтелгән.
Диспансерлаштырыуҙың мөһим үҙенсәлеге булып граждандарға профилактик мәғлүмәт биреү тора, был һәр конкрет кешелә хроник инфекцион булмаған ауырыуҙар барлыҡҡа килеү ихтималлығын тиҙ һәм һиҙелерлек әҙәйтһә, ә бындай сирҙәрҙән яфаланған кешеләрҙә ауырыу ағымының ауырлығын һәм өҙлөгөүҙәрҙең йышлығын кәметергә мөмкинлек бирә.
Район биләмәһендә "Сәләмәтлек поездары" Ғәбдөк, Асы, Инйәр, Олойылға, Ишле, Егәҙе, Туҡан ауылдарында эшләне. Автопоезд район үҙәк дауаханаһының күсмә флюорограф, күсмә һаулыҡ үҙәге һәм күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктын үҙ эсенә алды.
График буйынса офтальмолог, невролог, уролог, хирург, акушер-гинеколог, оториноларинголог, эндокринолог, стоматолог, терапевт, педиатр, дөйөм практика, ультратауыш диагностикаһы табиптары ҡабул итеүҙәр ойошторған.
21 апрелдән 16 майға тиклем йәмғеһе 1688 кеше (3679 ҡабул итеү) тикшерелгән. 5411 тикшереүҙәр (ЭКГ, дөйөм ҡан һәм бәүел анализы, биохимия, күҙ баҫымы, антропометрия), 407 - УЗИ, 1326 - флюорография, 182 маммография үткәрелгән.
Түбәндәге хәүеф факторҙары асыҡланған: ҡанда глюкозаның юғары кимәле - 50, холестериндың юғары кимәле - 49, артыҡ кәүҙә ауырлығы - 94, тәмәке тартыу - 61, юғары ҡан баҫымы - 186.
23 кешелә шәкәр диабетына, 9 кешелә яман шешкә, 24 кешелә артериаль гипертензияға шик тыуған.
Инйәр участка дауаханаһы мөдире Зариф СУФЯНОВ:
- “Сәләмәтлек поезы”ның табиптар бригадаһына юғары профессионализмы һәм тырышлығы, пациенттарҙың һаулығына яуаплы мөнәсәбәттә булыуҙары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Ауыр юл шарттарында медицина персоналына хәүефһеҙ һәм тыныс юл тәьмин иткән водителдәргә айырым рәхмәт! Халыҡҡа артабан да даими тикшерелеп тороуҙың мөһимлеген онотмауҙарын һорайбыҙ. Бер ваҡытта ла үҙ сәләмәтлегенә битараф булмаһындар, “Сәләмәтлек поезы” килгән осраҡта ғына түгел, ә йыл һайын анализдар тапшырып, һаулыҡтарын тикшереп торорға ваҡыттарын йәлләмәһендәр ине. Йәнә диспансерлаштырыуға ла яуаплы ҡараһындар, сөнки был төрлө ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға һәм дауаларға ярҙам итә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!