Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
7 Октябрь 2025, 17:04

“Хәүефһеҙ иҫәп”кә - 200 мең һум

Белорет районында йәшәүсе ҡатын “хәүефһеҙ иҫәп”кә 200 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.

“Хәүефһеҙ иҫәп”кә - 200 мең һум
“Хәүефһеҙ иҫәп”кә - 200 мең һум

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 70 йәшлек пенсионер ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Ғариза биреүсенең әйтеүенсә, стационар телефонға бер ҡыҙ шылтыратып үҙен “Ростелеком” компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм ҡатынға элемтә өсөн түләүгә льготалары барлығын хәбәр итә. Уларҙы файҙаланыу өсөн ышаныс ҡағыҙы рәсмиләштерелергә тейеш. “Кәрәкле документтарҙы” теркәү барышында оло йәштәге ҡатын үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен атай.

Артабан уға стационар телефонға шылтыратыуҙар килә, улар үҙҙәрен власть органдары хеҙмәткәрҙәре һәм юристар тип таныштыра. Улар ҡатындың бөтә аҡсаһын мутлашыусылар сит ил иҫәбенә күсерә, ә үҙен бының өсөн язалаясаҡтар, тип ышандыра. Шул уҡ ваҡытта тиҙҙән уның өйөнә һалым хеҙмәткәрҙәре күпме аҡсаһы барлығын тикшерергә килә имеш.

Ҡурҡып ҡалған пенсионер ҡатын бөтә тупланмаларын сисеп “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерә. Уны аҡса килгәс, юрист уларҙы ҡаҙналыҡта тикшерәсәк, улар сит илдәге буяу менән баҫылмаған һәм әгәр барыһы ла яҡшы булһа, иртәнге сәғәт 5-тә һалым хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишсе был аҡсаны алып киләсәк, тип ышандыралар. Был хәлдән һуң ҡатын менән башҡа бер кем дә бәйләнешкә сыҡмай.

Дөйөм алғанда, пенсионер ҡатын мутлашыусыларға 200 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәүефһеҙ иҫәп-хисаптар юҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең иҫәбегеҙҙә күпме аҡса ятҡанын белмәйәсәк, бигерәк тә уларҙы бер ҡайҙа ла күсереүҙе һорамаясаҡ. Әгәр һеҙгә таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратып, аҡсағыҙ күрше дәүләттәрҙең иҫәбенә китә тип хәбәр итәләр икән, тимәк, һеҙ мутлашыусылар менән аралашаһығыҙ!

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас