Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Октябрь 2025, 10:22

Көҙгө йәрминкә - ауыл берҙәмлеге

Көҙ - тәбиғәт муллыҡҡа бай булған мәл. Уҫманғәле ауылының уңған хужалары һәм хужабикәләре үҙ баҡсаларында үҫтергән уңыштарын йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә.

Көҙгө йәрминкә - ауыл берҙәмлеге
Көҙгө йәрминкә - ауыл берҙәмлеге

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолған “Көҙгө йәрмикә”лә күптәр үҙҙәренән артҡан продукцияны һатыу мөмкинлегенә эйә булды.

Йәрминкәлә ауыл халҡы баҡсаларында иртә яҙҙан, ҡара көҙгә тиклем тырышып үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә, һөт ризыҡтарын, шул иҫәптән май, ҡорот, ҡаймаҡ, үҙҙәре өйҙә бешергән икмәк һәм төрлө ҡамыр ризыҡтарын тәҡдим итте. Йәрминкә сауҙа майҙансығы ғына түгел, ә ауылдаштарҙың бер-береһе менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, яңы идеялар менән бүлешкән урынға әйләнде.

Йәрминкәлә ҡатнашҡан һәр кемгә хуш еҫле, йылы сәй тәҡдим ителде. Сара барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте. Ә иң мөһиме - йәрминкәлә йыйылған аҡсаның бер өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам итеп тапшырырға ҡарар итте.

Был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә - тауар һатыусыларға, урындағы халыҡҡа, ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ошондай саралар йышыраҡ үткәрелһен ине. Уҫманғәле ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылышын һәм халыҡтың берҙәмлеген күрһәтте. “Көҙгө йәрминкә” - ошо сәбәп менән ойошторолған иң мөһим сараларҙың береһе булды.

Асия ЙОСОПОВА.

Инйәр.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас