Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Октябрь 2025, 14:56

Мутлыҡтан ҡурсалаған

Белоретта банк хеҙмәткәренә мутлашыуҙы иҫкәрткәне өсөн рәхмәт белдерҙеләр.

Мутлыҡтан ҡурсалаған
Мутлыҡтан ҡурсалаған

Банк бүлексәһенә 500 мең һум самаһы аҡса алырға клиент килә. Банк хеҙмәткәре менән һөйләшкәндә ир телефонда әүҙем хат алыша һәм уны һәр ваҡыт йәшерә. Клиенттың сәйер ҡылығын банк бүлексәһе етәксеһе Юлия Шамшеева күреп ҡала. Ул клиентты үҙенең кабинетына саҡыра һәм һөйләшеүҙе башлай, параллель рәүештә полиция хеҙмәткәрҙәре менән бәйләнешкә инә.

Ир менән әңгәмә барышында уның автомобиль һатып алыу өсөн ҡулаҡса алырға теләүе асыҡлана. Әммә ул ҡулланған сайт ялған булып сыға.

Тәртип һаҡсылары Юлия Владимировнаның әүҙем гражданлыҡ позицияһын, үҙе эшенең ҙур һөнәрмәне булыуын билдәләй. Юлия Шамшеева Белорет халҡын мутлашыусылар ҡулынан беренсе тапҡыр ғына ҡурсалап ҡалмай, быға тиклем ул клиенттарҙы 460 мең һумды “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсермәҫкә күндергән.

Полиция һәм финанс ойошмалары хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә мутлашыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса берлектә эшләй. Улар ярҙамында банк хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙең йоғонтоһо аҫтында булған клиенттарҙы таный һәм финанс операцияларын башҡарыуҙан баш тартырға мәжбүр итә ала.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас