РОСТО-ның (ДОСААФ) Белорет мәктәбе 1950 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 59-РС һанлы ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә.
Уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында тәүге еңел автомобиль - “Форд-Т” барлыҡҡа килә, уның артынса бер-бер артлы “АМО-Ф-15”, “АМО-3” йөк машиналары сығарыла башлай һәм улар менән идара итеү һәләтенә эйә булған водителдәргә ихтыяж тыуа. Тап ошо осорҙа Белорет металлургия заводының гаражы янында тәүге шоферҙар курсы асыла. Был курстар Белорет автомотоклубының, артабан автомәктәптең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
1977 йылда Рәсәй Ҡораллы Көстәре өсөн белгестәр әҙерләүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм уҡыу-матди базаһы булдырғаны өсөн мәктәпкә “өлгөлө” исеме бирелә. 2007 йылда автомәктәпкә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарамағындағы тарихи-мәҙәни үҙәктең “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эш өсөн” Почет билдәһе, 2008 йылда “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү буйынса әүҙем эш өсөн” РОСТО-ның (ДОСААФ) Почет билдәһе тапшырыла.
Автомәктәп Белорет районы башҡарма власы тәҡдиме буйынса 2008 йылдан “Бөтә Рәсәй Почет китабы” Федераль реестрына индерелгән.
2012 йылда ДОСААФ-тың 85 йыллығына арналған конкурс һөҙөмтәләре буйынса Белорет автомәктәбе “Рәсәйҙең ДОСААФ өлгөлө учреждениеһы” тип билдәләнә.
Автомәктәптең элекке начальнигы Зәбир Әлибйәнов Еңеүҙең 65 йыллығына музей булдырырға ҡарар итә. Бөгөнгө көндә унда фильмдар һәм китаптар буйынса билдәле булған ППШ, ППС, АКМ автоматтары, “ПМ” пистолеты, револьвер-наган, “Максим” пулеметы, гранаталар һәм хатта халыҡ оҫтаһы Павел Копьев эшләгән миномет, Мамай ҡурғанынан табылған авиация бомбаһы ярсыҡтары, Брест ҡәлғәһенән иретелгән кирбестәр, винтовканың тутыҡҡан гильзалары, фронттан килгән хаттар бар, төрлө ғәскәрҙәрҙең һалдаттары, сержанттары һәм офицерҙары формалары, Рәсәй армияһы һәм НАТО блогы хәрбиҙәренең кейемдәре ҡуйылған. Һалҡын ҡоралдар ҙа етерлек: казак шашкаһы, штык-бысаҡтар, немец хәнйәре һәм башҡалар.
Экспонаттарҙың бер өлөшө автомәктәп ихатаһында урынлашҡан: легендар “Катюша”, хәрби разведка дозор машинаһы, ЯК-52 уҡыу-күнекмә самолеты, күп маҡсатлы КА-26 вертолеты.
2010 йылда автомәктәптең Хәрби һәм спорт даны музейы Еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә Рәсәйҙең иң яҡшы ДОСААФ музейына Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы йомғаҡтары буйынса III урынды яулай. Бөгөнгө көндә музей ҙур популярлыҡ менән файҙалана, бында район-ҡала халҡы ғына түгел, илдең башҡа мөйөштәренән дә ҡунаҡтар килә.
Автомәктәпкә төрлө йылдарҙа Л.Ф. Родионов, Г.В. Папанин, В.А. Нужин, Ю.М. Икитин, В.А. Резников, З.Ш. Әлибйәнов, Р.Х. Таһиров етәкселек итһә, бөгөнгө көндә Георгий Завьялов начальник вазифаһын атҡара.
75 йыл эсендә автомәктәп мотоциклсыларҙан алып юғары класлы профессионалдарға тиклем бөтә категориялы 50 меңдән ашыу водитель әҙерләгән. Тиҫтә йылдар дауамындағы төрлө үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, учреждениеның төп бурысы булып ир-егеттәрҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлө техника менән дөрөҫ һәм хәүефһеҙ идара итергә өйрәтеү тора.
Автомәктәптең Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре өсөн белгестәр әҙерләүе үҙе ҙур ғорурлыҡ. Бында хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса С, CE һәм D категорияларына уҡыйҙар. Был бушлай уҡытыу хәрби комиссариаттарҙан маҡсатлы йүнәлеш буйынса үткәрелә һәм был армия өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләргә мөмкинлек бирә.
ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө автомәктәбенең 75 йыллыҡ юбилей сараһы Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй ДОСААФ-ының флагтарын индереү һәм дәүләт гимндары яңғырауҙан башланды. Тантаналы сарала саҡырылған ҡунаҡтар - хәрби хеҙмәт ветераны, Рәсәй ДОСААФ-ның Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов, муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Дмитрий Одинец, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары хәрби комиссары Айнур Тайыпов, Белорет автомәктәбе начальнигы Георгий Завьялов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең ЮХХДИ һәм автомәктәп ветерандары, курсанттар, ҡаланың 20-се мәктәбенең махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған өлкән лейтенант Вадим Гавриков исемендәге кадет класы уҡыусылары ҡатнашты.
- Бөгөнгө көндә Белорет районында иҫтәлекле ваҡиға - автомәктәп юбилейын, үҫештең һәм формалашыуҙың мөһим этабын билдәләй. Был ваҡиға беҙгә артҡа ҡарарға һәм үткән юлды баһаларға, сағыу мәлдәрҙе һәм ҡаҙаныштарҙы иҫкә төшөрөргә, шулай уҡ яңы маҡсаттарҙы һәм үҫеш йүнәлештәрен билдәләп, алға барырға мөмкинлек бирә.
Был йылдар эсендә ул меңәрләгән водителдәрҙе әҙерләне, улар автомобиль транспорты менән генә түгел, ҙур йөк машиналары, автобустар менән идара итә. Әлеге ваҡытта ДОСААФ автомәктәбен тамамлаусыларҙың күбеһе махсус хәрби операцияла профессиональ водитель булып бурыстарын үтәй. Мәктәп шулай уҡ йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем эш алып бара. Киләсәктә лә был уҡыу йортоноң уңыштары күп булыуын теләйем. Был байрам беҙҙең автомәктәп тарихында яңы этаптың башы булһын, - тине Дмитрий Геннадьевич.
- Автомәктәп оҙон юл үткән һәм бер нисә тапҡыр “өлгөлө” исеменә лайыҡ булған. Бөгөнгө көндә ул ышаныслы ҡулдарҙа. Рәсәй ДОСААФ-ы Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәре өсөн хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләй. Беҙҙең республика был белгестәрҙе әҙерләү һаны буйынса илдең тәүге өс төбәге иҫәбенә инә. Мәктәп етәкселегенә, уҡытыу-производство мастерҙарына автомәктәпте алдынғылыҡта тотҡандары, үҫеш юлына алып барғандары өсөн рәхмәт әйтәм һәм юбилей менән ҡотлайым, - тине Игорь Нуриман улы.
Артабан хәрби комиссар Айнур Тайыпов, автомәктәп начальнигы Георгий Завьялов сығыш яһап, мәктәпте юбилейы менән ҡотланы, уның тарихын иҫкә төшөрҙө.
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә хәрби-иҫәп һөнәрҙәре буйынса белгестәр әҙерләү эшендә юғары профессионализмы һәм Рәсәй ДОСААФ-ы өлкәһендәге күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн автомәктәп начальнигы Георгий Завьялов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
“Рәсәй ДОСААФ-ының 95 йыллыҡ миҙалы” һәм Почет грамотаһы менән автомәктәп хеҙмәткәрҙәре - Илфат Байтурин, Ольга Трофимова, Кристина Завьялова, Татьяна Бесараб, Марина Петрова, Владимир Полетавкин, Александр Харькин, Егор Крушинин, Денис Мамыкин, Павел Полетавкин, Павел Серегин, Рәзиф Ямалетдинов, Евгений Дьячков, Виталий Федоров, Александр Талменев, автомәктәп ветерандары - Валентина Климова, Николай Портнов, Анатолий Иванов, Роза Арсина, Владимир Портнов наградланды. Шулай уҡ ДОСААФ автомәктәбе менән хеҙмәттәшлек иткән учреждение хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Быуаттар буйына илебеҙ көслө һәм ҡыйыу булып, Ватанды һаҡларға һәм яҡларға әҙер булған. Ә беҙҙең бурыс - атай-олатайҙарҙың хәрби батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау һәм уларҙың батырлығы өлгөһөндә йәштәрҙе тәүәккәл, ҡыйыу итеп тәрбиәләү. Тап ошо маҡсатта йыл һайын Оборона-масса һәм хәрби-патриотик эштәр айлығы үткәрелә, - тине алып барыусы, унан һуң Бөйөк Ватан һәм Афған һуғышында, Төньяҡ Кавказда һәм Сүриәлә хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Тантаналы сара күмәкләп иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.
Юбилей - байрам өсөн сәбәп кенә түгел, ә ауырлыҡтарҙы еңеп, яңы бейеклектәргә күтәрелеү өсөн артабан хәрәкәт итергә этәргес тә. Киләсәктә лә ДОСААФ-тың Белорет өлгөлө мәктәбе үҫешеүен дауам итһен, йәштәрҙе юл хәрәкәтенә яуаплы ҡарарға рухландырып, өлгө булып ҡалһын.