Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Октябрь 2025, 15:15

"Хәүефһеҙ иҫәпкә" аҡса күсергән

Белоретта йәшәгән ҡатын бер нисә ай “хәүефһеҙ иҫәп” кә аҡса күсергән.

"Хәүефһеҙ иҫәпкә" аҡса күсергән
"Хәүефһеҙ иҫәпкә" аҡса күсергән

Мутлашыусыларға күсерелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 5 миллион һум самаһы тәшкил итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 43 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Мутлашыусылар әҙер схема буйынса эш итә. Тәүҙә именлек хеҙмәте "хеҙмәткәрҙәре" ҡатынды “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинеты мутлашыусылар ҡулында булыуына ышандыра. Артабан уның менән төрлө “дәүләт ойошмалары” хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инә һәм ҡатындың аҡсаһы күрше дәүләттең иҫәптәренә "китеүе" тураһында иҫкәртә һәм тупланмаларын юғалтмаҫ өсөн барыһын да “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклеген аңлата.

Бер нисә ай дауамында ҡатын даими рәүештә мутлашыусылар менән бәйләнештә ҡала һәм көн һайын төрлө сумма аҡса күсерә. Шул уҡ ваҡытта уны аҡсаны ниндәй маҡсат менән алыуы һәм күсереүе тураһында бер кемгә лә һөйләргә ярамай тип тыялар. Банктар ҡатын-ҡыҙҙың операцияларын туҡтата, әммә ул банк хеҙмәткәрҙәрен был аҡсаның йә фатир һатып алыуға, йә үҙ ихтыяждарына кәрәклегенә ышандыра. Мутлыҡ һөҙөмтәһендә килтерелгән дөйөм зыян 4 миллион 850 мең һумдан ашыу тәшкил итә.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-сеөлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Һаҡ булығыҙ! Әгәр һеҙгә ҡарата законһыҙ операция яһау тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ. Аҡсағыҙҙы “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын телефон аша хәбәр итмәгеҙ.

Ксения СУЧКОВА,район буйынса эске эштәр бүлегехеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас