Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
6 Ноябрь 2025, 14:32

Үҫмерҙәр араһында экстремизмды иҫкәртеү

Экстремистарҙың пропагандаһына тиҙ бирелгән төп “хәүеф төркөмө” булып йәштәр тора, улар иң һиҙгер социаль ҡатлам.

Үҫмерҙәр араһында экстремизмды иҫкәртеү
Үҫмерҙәр араһында экстремизмды иҫкәртеү

Йәнә үҫмерҙәр (яҡынса 14 йәштән башлап) был категорияға инә, сөнки был осорҙа кешенең үҙ аллы шәхес булараҡ формалашыуы башлана.

Экстремистик төркөмгә инеү мотивтары булып әүҙем эшмәкәрлеккә, йүнәлеш, үҙ-үҙен белдереүгә ынтылыш һәм үҙ ҡараштарын уртаҡлашҡан кешеләр менән аралашыу, агрессив тәртипкә йүнәлеш, шулай уҡ протест белдереү һәм үҙаллылығын тойоу ынтылышы тора.

Шуны иҫтә тотоу мөһим - үҫмерҙең экстремистик төркөм йоғонтоһона эләгеүен иҫкәртеү, һуңынан был проблема менән көрәшеүгә ҡарағанда, еңелерәк. Бер нисә ябай ҡағиҙә балағыҙҙың экстремистар пропагандаһы йоғонтоһона эләгеү хәүефен һиҙелерлек кәметергә ярҙам итер:

► Бала менән һөйләшегеҙ. Уның кем менән аралашыуын, ваҡытын нисек үткәргәнен һәм уны нимә борсоғанын белергә тейешһегеҙ. Донъялағы сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәлде, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшерегеҙ. Үҫмергә донъя йәмғиәтенең хәйләләрен аңлауы ауыр һәм экстремистик төркөмдәр йыш ҡына был мөмкинлектән файҙалана, билдәле бер ваҡиғаларҙы үҙ идеологияһы файҙаһына аңлата.

► Баланың ял итеүен тәьмин итегеҙ. Спорт секциялары, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса түңәрәктәр, йәмәғәт ойошмалары, хәрби-патриотик клубтар үҫмерҙең үҙен күрһәтеү һәм үҙ-үҙен белдереү мөмкинлеген бирәсәк, аралашыу даирәһен киңәйтәсәк.

► Бала алған мәғлүмәтте контролдә тотоғоҙ. Иғтибар итегеҙ, ниндәй тапшырыуҙар ҡарай, ниндәй китаптар уҡый, ниндәй сайттарҙа була.

Йәш кешенең экстремистик идеология йоғонтоһона эләгә башлауының төп билдәләре:

► уның ҡылыҡ-фиғеле киҫкен һәм тупаҫлана бара, жаргон лексикаһы үҫешә;

► билдәле бер субкультура ҡағиҙәләренә ярашлы кейем стиле һәм тышҡы ҡиәфәте ҡырҡа үҙгәрә;

► компьютерҙа экстремистик-сәйәси йәки социаль-экстремистик йөкмәткеле текстар, роликтар йәки һүрәттәр менән һаҡланған һылтанмалар йәки файлдар күп була;

► өйҙә аңлайышһыҙ һәм типик булмаған символика йәки атрибутика (вариант булараҡ - нацист символикаһы), ҡорал итеп ҡулланырға мөмкин булған әйберҙәр барлыҡҡа килә;

► үҫмер күп ваҡытын мәктәпкә ҡағылмаған һорауҙар буйынса компьютерҙа йәки үҙаллы уҡыу менән үткәрә (нәфис әҙәбиәт, фильмдар, компьютер уйындары);

► насар ғәҙәттәр менән мауыға;

► сәйәси һәм социаль темаларға әңгәмәләрҙең ҡырҡа артыуы, аралашыу барышында түҙемһеҙлек билдәләре менән ҡәтғи фекерҙәр әйтелә;

► Интернетта псевдонимдар, паролдәр экстремаль-сәйәси характерҙа.

Әгәр һеҙ балағыҙҙың экстремистик ойошма йоғонтоһона эләгеүенә шикләнһәгеҙ, паникаға бирелмәгеҙ, тиҙ һәм тәүәккәл эш итегеҙ:

1. Үҫмерҙең мауығыуын, төркөм идеологияһын ҡәтғи тәнҡитләмәгеҙ - бындай манера мотлаҡ ҡаршылыҡ менән осрашасаҡ. Экстремизмдың сәбәбен асыҡларға тырышығыҙ, уның ни өсөн кәрәклеген ентекле тикшерегеҙ.

2. “Контрпропаганда”ны башларға. Уның нигеҙе булып кеше, әгәр ул артабан да белем алып, мөмкин тиклем яҡшыраҡ булһа, йәмғиәттә профессионал һәм абруйлы булып, уға эйәреп һәм ҡолаҡ һалһа, донъяны үҙгәртеү өсөн күпкә күберәк эшләй аласаҡ тигән тезис булырға тейеш. Төрлө милләт һәм раса кешеләре бергәләп билдәле бер маҡсаттарға өлгәшкән осраҡтар тураһында тарихи һәм шәхси миҫалдар килтерегеҙ. Бындай аралашыуҙың мотлаҡ шарты булып йомшаҡлыҡ һәм баҫымһыҙлыҡ булырға тейеш.

3. Үҫмерҙең уға насар йоғонто яһаған таныштары менән аралашыуын сикләгеҙ, төркөм лидерынан айырырға тырышығыҙ.

Балаларығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас