Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының табип-эпидемиологы Илдар Дәүләтбаев бирҙе:
- Грипҡа ҡаршы вакциналар Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Грипты һәм вируслы киҫкен ауырыу ҙарҙы иҫкәртеү” бойороғона ярашлы, август аҙағында, вакциналар ҡабул итеп алғандан һуң, эшләнә башлай. Әле вакцина эшләтеүҙең иң ҡыҙыу осоро бара. Хәүеф төркөмөнә 65 йәштән өлкәндәр, ауырлы ҡатындар, балалар, хроник сирҙәргә эйә булғандар, ҙур коллективтар (мәктәптәр, балалар баҡсалары) ҡарай.
Гриптан вакцинаны ҡала поликлиникаһының 10-сы кабинетында дүшәмбе-йома көндәре иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләтергә мөмкин. Шулай уҡ шәмбе көндәре иртәнге 8-ҙән 16 сәғәткә тиклем асыҡ ишектәр көнө ойошторола.
Балалар өсөн вакциналар эшләүгә “Айболит” балалар поликлиникаһы яуаплы. Был төркөмгә ҡараусылар менән эш еңелерәк, сөнки барыһы ла ойошҡан рәүештә үтә - балаларға мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында прививкалар эшләнелә.
Прививкалау кабинетында гриптан тыш 65 йәштән уҙған, хәүеф төркөмөнә ҡараған хроник сирле кешеләргә пневмонияға, энцефалитҡа, миҙгелле сирҙәргә ҡаршы һ.б. вакциналар яһала.
Йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы грипҡа ҡаршы вакцинаның составын ҡайтанан ҡарай, гриптың штамын тикшерә һәм вакцина комбинацияланыла. Быйылғы йылда ул өс компонентлы: Соегрипп, Флю-М, Ультрикс (ауырлы ҡатындар һәм балалар өсөн).
Планға ярашлы, беҙ халыҡтың кәмендә 60 процентына грипҡа ҡаршы прививка эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙә яҡынса 96900 кеше йәшәй, был 57200 вакцина яһалырға тейеш тигән һүҙ. 24 ноябрь көнөнә ҡарата 46000 кеше вакцинацияланған.
Прививка эшләтеү өсөн алдан яҙылыу талап ителмәй, паспорт һәм медицина страховкаһы полисын алып килеү ҙә етә, - тине Илдар Хәниф улы.
Грипҡа ҡаршы вакцина - ҡышҡы осорҙа һау-сәләмәт һәм тыныс булыу өсөн мотлаҡ сара. Үҙегеҙҙе һәм эргә-тирәләгеләрҙе был хәүефле сирҙән ҡурсалау өсөн прививкалар эшләтергә ашығығыҙ!
Фото: Үҙәк район клиник дауаханаһының "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөнән.