Ағымдағы йылдың 11 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре (ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда) административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 3751 протокол төҙөгән, 1,8 миллион һумдан ашыу суммаға штраф һалынған, 1,6 миллион һум самаһы аҡса түләтелгән.
Полиция граждандарға Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта штраф түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралғанын иҫкә төшөрә. Был статьяның санкциялары ике тапҡыр штраф һалыуға, 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыуға һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшкә йәлеп итеүгә килтерә.
Мәҫәлән, быйыл РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.25-се статьяһы буйынса 307 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шуларҙан 78 кеше суд ҡарары буйынса административ язаны үтәүҙән ҡасҡан өсөн ике тапҡыр штраф түләргә мәжбүр була, 214 штраф түләмәүсегә ҡарата административ ҡулға алыу рәүешендә яза сараһы һайлана, 12 кеше мотлаҡ эшкә йәлеп ителә.
Район буйынса эске эштәр бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Административ штрафтар буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6-сы йорт, 506-сы бүлмәлә, полиция бүлегендә белергә мөмкин.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте порталдың шәхси кабинеты аша - www.gosuslugi.ru, ЮХХДИ-ның рәсми сайтында электрон төрҙә алырға мөмкин, шулай уҡ Блюхер урамы, 8-се йорт, 2-се бүлмәлә, Дәүләт автоинспекцияһы бүлегендә белешергә була.
“Бурыслы” иҫкәртеү саралары 12 декабргә тиклем уҙғарыла.
Альбина Нәүширбанова, район буйынса эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.