Ләйсән Мәүлит ҡыҙы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының Белорет филиалы коллективында булды һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙаланып ҡылынған енәйәттәр тураһында һөйләне. Ул ҡатнашыусыларға мутлашыусылар ҡулланған иң йыш схемалар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Мәҫәлән, төрлө хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре булып сығыш яһайҙар, йәки инвестициялар ярҙамында эш тәҡдим итәләр.
Ағымдағы йылдың 11 айында Белорет халҡы мутлашыусыларға 60 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән һәм сумма көндән-көн арта ғына бара. Граждандар менән шәхси әңгәмәләр үткәреү - бындай енәйәттәрҙе иҫкәртеүҙә төп аҙымдарҙың береһе.
Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү темаһы ла күтәрелде. Был айырыуса ҡышҡы осорҙа мөһим.
Әңгәмә барышында тамашасылар ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, мөмкин тиклем күберәк белергә һәм мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫкә тырышты.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.