Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 22 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 3 йәйәүле һәләк булған, 19 кеше имгәнгән. 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 6 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 1 бала һәләк булған, 8-е яраланған.
7 декабрҙә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 136-сы саҡрымында үлемесле осраҡ менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларының береһе теркәлгән. 1980 йылғы водитель, “ВАЗ 2112” еңел автомобиле менән идара итеп, Инйәрҙән Уҫманғәле ауылына табан хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙ тиҙлекте һайламай һәм ҡаршы һыҙаттағы йөк машинаһы менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә, еңел машина водителе ваҡиға урынында вафат була, ҡатыны, 10, 4, 3, 2 йәшлек балалар һәм 3 айлыҡ сабый ашығыс медицина ярҙамы машинаһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт йәшлек бала, аңына килмәйенсә вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса бөтә осраҡтарҙы асыҡлау барышында, автомобилдә балаларҙы автокреслоһыҙ йөрөтөүҙәре асыҡлана.
Федерация ҡағиҙәләренең 22.9 пунктына ярашлы, 7 йәшкә тиклемге балаларҙы еңел автомобилдә һәм йөк автомобиле кабинаһында йөрөткәндә, уларҙың конструкцияһында хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡаралған булырға йәки баланың ауырлығына, буйына тап килгән ISOFIX1 балалар тотоу системаһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы файҙаланылырға тейеш.
7 йәштән 11 йәшкә тиклемге балалар өсөн еңел автомобилдә һәм йөк автомобиле кабинаһында хәүефһеҙлек конструкцияһы; йәки баланың ауырлығына, буйына тап килгән ISOFIX1 балалар тотоу системаһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы; йәки хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡулланылырға, ә еңел автомобилдең алғы ултырғысында баланың ауырлығына һәм буйына тап килгән системалар (ҡоролмалар) булырға тейеш.
Сәғәтенә 50 саҡрым тиҙлектә ҡапыл тормозға баҫҡанда пассажирҙың ауырлығы 30 тапҡырға арта. Шуға күрә баланы ҡулда йөрөтөү иң хәүефлеһе тип һанала (әгәр баланың ауырлығы 10 килограмм булһа, уның ауырлығы 300 килограмдан ашыу була һәм уны алғы ултырғысҡа һуғылмаһын йәки алғы быялаға бәрелмәһен өсөн ҡулда тотоп ҡалыу мөмкин түгел тиерлек). Балалар өсөн тотҡарлау сараһын ҡулланыу аварияларҙа сабыйҙар араһында үлемде 70 процентҡа кәметергә мөмкинлек бирә. Ә 1 йәштән 4 йәшкә тиклемге балалар араһында 54 процент.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөгөҙ һәм үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға иғтибарлы булығыҙ!
Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА, полицияның кесе лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор.