Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Декабрь 2025, 10:07

Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә

Ошо көндәрҙә капиталь ремонттан һуң район-ҡала клиент хеҙмәтен һәм Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәген асыу, 15-се тапҡыр уҙғарылған “Оло кешенең социаль портреты” юбилей конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә
Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел генә

Сарала Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе етәксеһе Фәнил Вәхитов, муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Республика Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов, Клиент хеҙмәте етәксеһе Константин Полетавкин, үҙәктең оло йәштәге активистары, конкурсанттар ҡатнашты.

Ҡунаҡтар тәү сиратта капиталь ремонттан һуң асылған клиент хеҙмәте менән танышты. Флагман клиент хеҙмәтенең төп маҡсаты - уңайлы форматтар тәҡдим итеп, хеҙмәтләндереү сифатын һәм тиҙ леген арттырыу. Хәҙер ул киңәйтелгән эш графигы менән эшләй һәм һәр айҙың һуңғы шәмбеһендә граждандарҙы ҡабул итә, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған (пандустар, Брайль шрифты). Һанлы хеҙмәтләндереүгә йүнәлеш алыу төп маҡсат булып тора. Бында клиенттар үҙ-үҙҙәрен хеҙмәтләндереү зоналарында консультанттар ярҙамында онлайн хеҙмәт ала. Бының һөҙөмтәһе үҙе үк һөйләй: һорауҙарҙы тиҙ һәм уңайлы хәл итергә, ваҡытты экономияларға була. Ә белгестәргә ҡатмарлыраҡ, индивидуаль мәсьәләләрҙе сисеүгә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек бар. Был зоналағы консультанттар һәр ваҡыт пенсия, социаль түләүҙәр, әсәлек капиталы мәсьәләләре менән ярҙам итергә, шулай уҡ электрон сервистарҙан файҙаланырға һәм кәрәкле ғаризаларҙы онлайн тултырырға өйрәтергә әҙер. Шулай уҡ, ғәҙәттәгесә, алдан яҙылып йәки сират тәртибендә белгестәр менән аралашырға була.

Артабан барыһы ла Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәгенә үтте. Мәртәбәле ҡунаҡтар сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһағандан һуң, Азат Салауат улы үҙәктә хаҡлы ялдағыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау йәһәтенән эште ойошторған Надежда Штырляеваны, төрлө йәштәге граждандарҙы шахмат уйнарға өйрәткән, турнирҙар һәм беренселектәр үткәргән өсөн Марат Ғилметдиновты, ижади оҫтаханаларҙа, тематик осрашыуҙарҙа, туристик походтарҙа әүҙем ҡатнашҡаны, балалар менән байрамдар ойошторғаны өсөн Гөлниса Фәйзуллинаны, “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Олег Челишевты, Оло кешеләрҙең аралашыу үҙәге менән саралар үткәреү буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек иткән һәм ремонт осоронда бина менән тәьмин иткән өсөн Нина Зимина исемендәге үҙәкләштерелгән китапхана системаһы һәм “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәген, һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһы төбәк йәмәғәт ойошмаһының урындағы ойошмаһын муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Унан һуң муниципаль район хакимиәте, ветерандар советы, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре, клиент хеҙмәте тарафынан 15-се тапҡыр ойошторолған “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Конкурс 1 июлдән 1 ноябргә тиклем дауам итте һәм “Хәтерһеҙ йәшәү юҡ. Минең өйөмдәге наградалар” (Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операция геройҙарына, ирекмәндәргә арнала), “Сәләмәт йәшәү рәүеше тарихынан”, “Аҡыллы ҡараш - шәп кадр” темалары буйынса 20 яҙма, 26 фотоһүрәт ҡабул ителде. “Хәтерһеҙ йәшәү юҡ. Минең өйөмдәге наградалар” темаһы буйынса Рәмзиә Мамедова, Владимир Калмыков, Юлиә Фадейкина (“Урал” гәзитендәге  “Олатай, һинең менән ғорурланам” мәҡәләһе), Марина Аверьянова еңеүсе тип билдәләнде.

“Сәләмәт йәшәү рәүеше тарихынан” темаһы буйынса “Урал” гәзитендәге “Мөғжизә булған ергә сәйәхәт” мәҡәләһе өсөн Хәлиҙә Бакирова, Нәркәс Сөләймәнова (“Урал” гәзитендәге “Тырыштарға тауҙарбаш эйә” мәҡәләһе), Сәүиә Солтанова (“Хеҙмәттән йәм табып”,“Урал” гәзите) бүләкләнде.


“Аҡыллы ҡараш - шәп кадр”темаһында Надежда Богомолова, Нина Мордвинова, Степан Колонских һәм Олег Долганов иң яҡшылары тип табылды.

Конкурстың иң әүҙем ҡатнашыусылары, шулай уҡ үҙенсәлекле эштәр, презентациялар тәҡдим итеүселәр айырым билдәләнде. “Белорецкий рабочий” гәзитендә “Хәрби аттарҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында” мәҡәләһе һәм “Кешеләр кисергән бөтә нәмәне аттар ҙа күтәргән” исемле китап брошюраһы баҫтырған өсөн Наталья Агеева, “Металлург” гәзитендәге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатаһының һүрәте өсөн Соня Балбекова, Татьяна Булавина (Ирекмәндәр тураһындағы “Изге ҡуллы тирләндәр” мәҡәләһе, “Белорецкий рабочий”), темаға ҡарата баҫмалар серияһы өсөн “Металлург” гәзите редакцияһы, Таисия Жвыкина (“Йөрәктә һәм хәтерҙә мәңгегә”, “Металлург” гәзите), Сергей Бардин (“Бер һалдат тормошонда һуғыш йылъяҙмаһы”, “Металлург” гәзите), Надежда Трускина (“Хәрбиҙең тыныс тормоштағы юлы”, “Металлург” гәзите) бүләкләнде.

Фәнил Рим улы хеҙмәттәрендәге ҡаҙаныштары һәм намыҫлы, тырыш эше өсөн Социаль фонд хеҙмәткәрҙәре - Ульяна Стукалова, Юлия Колонских, Лидия Климина, Елена Рябованы Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең Почет грамотаһы, Дилә Яныбаеваны Рәхмәт хаты менән нарыҡланы.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас