Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция капитаны Денис РАКИТИН уҙған йылға йомғаҡ яһап, юлдарҙағы хәүефте кәметеү, фажиғәләрҙе иҫкәртеү уларҙың төп бурысы булып тороуын, һәр авария һәр ғаилә өсөн ҙур юғалтыу икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙәге үҙгәрештәр динамикаһынан статистик мәғлүмәттәр килтерҙе. - 19 декабргә ҡарата район биләмәһендә 57 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 16 кеше һәләк булған һәм 65 кеше яраланған. Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 22 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (3 йәйәүленең ғүмере ҡыйылған, 19-ы имгәнгән). 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 8 юл-транспорт ваҡиғаһы булған (1 бала һәләк булған, 6-һы төрлө тән йәрәхәттәре алған). Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәр ҡатнашлығында 6 ваҡиға теркәлгән һәм унда 2 кешенең ғүмере ҡыйылған, ә 11-е төрлө имгәнеүҙәр алған. Механик зыян күргән юл-транспорт ваҡиғалары 1118 тәшкил итә. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп төрҙәре булып: бәрелешеүҙәр (19 осраҡ, уларҙа 9 кеше һәләк булған, 30-ы яраланған), йәйәүлеләрҙе бәрҙереү (22 осраҡ, 3 кешенең ғүмере өҙөлгән, 19-ы яраланған), түңкәрелеү, хәрәкәт барышында юл һыҙатынан сығып, ҡоролмаларға (ҡоймаларға), туҡталҡала торған автомобилдәргә бәрелеү, велосипедсыларҙы бәрҙереү, юл торошон иҫәпкә алмау сәбәпле ситкә сығып китеү, юл киҫелеше ҡағиҙәләрен үтәмәү тора. 10 юл-транспорт ваҡиғаһы урам-юл селтәрен тотоу һәм төҙөкләндереү шарттарының ҡәнәғәтләнерлек булмауы арҡаһында килеп сыға, уларҙа 7 кеше һәләк була һәм 16 кеше имгәнеүҙәр ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр руль артына спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң ултырыуын дауам итә һәм бының ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында уйламай. Бындай осраҡтарға юл ҡуймау йәһәтенән хеҙмәткәрҙәр тарафынан иҫкәртеү саралары алып барыла. Иҫерек килеш автомобиль менән идара иткән өсөн административ һәм ҡағиҙәне ҡабаттан боҙған өсөн енәйәт яуаплылығына 360 граждан тарттырылған. Уларҙың күпселеге Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 128-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды, йәғни 45 мең һум күләмендә штраф һалынды һәм 1,5-2 йылға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде. 128-се статьяның 3-сө өлөшөндә ҡаралған билдәләр буйынса (транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғына эйә булмаған һәм шулай уҡ спиртлы эсемлектәр ҡулланған) бик күп осраҡтар теркәлде. Бындай ғәмәлдәрҙә ун тәүлектән ун биш тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу ҡаралған (административ ҡулға алыуҙы ҡулланырға ярамаған кешеләргә 45 мең һум күләмендә штраф һалына). Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһы буйынса (административ язаға дусар ителгән йәки транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешенең иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара итеүе) 43 осраҡ асыҡланды. Был һан уҙған йылға ҡарағанда 13-кә кәмерәк. 2025 йылда район буйынса дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары тарафынан административ ҡағиҙәләр боҙоу тураһында 6732 протокол төҙөлгән. Шулар араһынан ҡаршы юл һыҙатына сығыу 387-не тәшкил итә. Әгәр икенсе тапҡыр был ҡағиҙәне боҙған осраҡта граждандар водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. 12.23 статьяһы буйынса балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған өсөн 143 протокол төҙөлгән. Профилактик сараларҙы даими үткәреп тороуға ҡарамаҫтан, был ҡағиҙәне боҙоусылар һаны арта бара. Мәҫәлән, уҙған йылдың 7 декабрендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында балалар үлеме менән бәйле резонанслы юл-транспорт0 ваҡиғаһы теркәлде. 1980 йылғы водитель, “ВАЗ 2112” еңел автомобиле менән идара итеп, Инйәрҙән Уҫманғәле ауылына табан хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙ тиҙлекте һайламай һәм ҡаршы һыҙаттағы йөк машинаһы менән бәрелешә. Водитель ваҡиға урынында һәләк була, 10, 4, 3, 2 йәшлек балалар һәм авария мәлендә 3 айлыҡ сабыйын ҡулында тотоп ултырған ҡатыны ашығыс медицина ярҙамы машинаһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына оҙатыла. Бер аҙҙан 4 йәшлек бала вафат була. Ваҡиғаны тикшереү барышында, ата-әсәнең балаларын автомобилдә автокреслоһыҙ йөрөтөүҙәре асыҡланды. Граждандарҙың хәтеренә төшөрәм, Федерация ҡағиҙәләренә ярашлы, балаларҙы еңел автомобилдә һәм йөк автомобиле кабинаһында йөрөткәндә, уларҙың конструкцияһында хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡаралған булырға йәки баланың ауырлығына, буйына тап килгән ISOFIX1 балалар тотоу системаһы һәм хәүефһеҙлек ҡайышы файҙаланылырға тейеш! Авариялар Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында айырыуса күп теркәлә. Уҙған йыл башында был трассала - Межгорье ҡалаһына боролған ерҙә (157- се саҡрымда) “LADA Priora” һәм “Volkswagen” автомобилдәре ҡатнашлығында авария була. Бер йыл элек автомобиль менән идара итә башлаған тәжрибәһеҙ водитель Ҡазан ҡалаһына китеп барғанда руль менән идара итеүҙе юғалтып, ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм “Volkswagen” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, автомобилдәге 3 кеше һәм “Volkswagen” пассажиры һәләк була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда авариялар һаны һәм үлемесле осраҡтар һаны артыуы күҙәтелә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы кәметеү йәһәтенән трассаларҙа үҙ бурыстарын атҡара, юл торошоноң насар булыуы, хәүефһеҙ хәрәкәт итеү мөмкинлеге булмау сәбәпле юлдар ябылыу тураһындағы иғландарҙы водителдәрҙең аңлап ҡабул итеүҙәрен һорай. Уҙған йылдың 29-31 октябрендә мотоциклдарҙа, велосипедтарҙа һәм электр самокаттарында йөрөгән бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймауҙы бурыс иткән “Ну рули, малай!” профилактик акцияһы үтте. Шулай уҡ яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙа профилактик саралар ойошторолдо. Улар һөҙөмтәһендә 200 бәлиғ булмаған үҫмер административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм был туралағы эш бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелде. Йәнә 100-ҙән ашыу транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ҡуйылды. Үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренә үҙ бурыстарын үтәмәгән өсөн 42 административ протокол төҙөлдө. 8 декабрҙән балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән “Баланы һәләк итмә, ҡайышын эләктер!” акцияһы старт алды. Ул 31 майға тиклем дауам итәсәк һәм дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары тарафынан был йүнәлештәге ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙарҙы асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Яңы йыл каникулдары осоронда барлыҡ водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен, юлдарҙа иғтибарлы булыуҙарын, тиҙлекте арттырмауҙарын, дистанцияны һаҡлауҙарын, киҫкен маневрҙар эшләмәүҙәрен, эскән килеш руль артына ултырмауҙарын, балалар өсөн махсус креслолар ҡулланыуҙарын, ҡайыштарға эләктереүҙәрен һәм автомобилдәр хәрәкәт иткән урындарҙа яңғыҙ ҡалдырмауҙарын, хәрәкәт алдынан транспорт сараһының техник торошон тикшереүҙәрен һорайым. Барлыҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре исеменән һеҙгә бәхетле байрамдар һәм сәйәхәттәрҙән имен-аман өйҙәрегеҙгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем! - тине Денис Владимирович.