Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль , 11:48

Документтарға үҙгәрештәр индерелде

2026 йылдың 1 ғинуарынан һалым органында иҫәпкә ҡуйыу тураһында таныҡлыҡ бөтөрөлә.

Документтарға үҙгәрештәр индерелде
Документтарға үҙгәрештәр индерелде

Иҫәпкә ҡуйыу тураһында ғәҙәти таныҡлыҡ урынына физик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм ойошмалар берҙәм рәсми документ - һалым түләүселәрҙең Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН)  күсермә аласаҡ.

Был документ ИНН таныҡлығын, шулай уҡ мөлкәттең ҡайҙалығын иҫәпкә алып, ҡуйыу йәки иҫәптән төшөрөү тураһында белдереүҙәрҙе алмаштыра. Элек бирелгән таныҡлыҡтарҙы үҙгәртергә тура килмәй, улар үҙ көсөн һаҡлай.

Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН)  күсермә менән бер рәттән, һалым органында иҫәпкә ҡуйыуҙы йәки төшөрөүҙе Юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан (ЕГРЮЛ), аккредитацияланған филиалдар, сит ил юридик шәхестәре вәкиллектәре дәүләт реестрынан күсермә һәм Шәхси эшҡыуарҙарҙың берҙәм дәүләт реестрынан (ЕГРИП) күсермә раҫлай.

Һалым реестрында үҙегеҙҙең статус тураһында актуаль мәғлүмәтте теләһә ҡайһы ваҡытта электрон сервистар аша алырға мөмкин. Күсермәне Федераль һалым хеҙмәте сайтында шәхси кабинет йәки “Физик шәхестең ИНН-ы тураһында мәғлүмәт” сервисын, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталын ҡулланып, онлайн формалаштырырға мөмкин. Көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға ҡуйылған документтың электрон варианты ҡағыҙҙағы кеүек үк юридик көскә эйә буласаҡ.

Бынан тыш, кәрәк булғанда, күсермәне һалым инспекцияһына йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп йәки яҙма мөрәжәғәт ебәреп алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара һалым инспекцияһы.

Автор:
Читайте нас