Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Февраль , 14:59

Телефонығыҙҙы тикшерегеҙ!

Полиция иҫкәртә!

Телефонығыҙҙы тикшерегеҙ!
Телефонығыҙҙы тикшерегеҙ!

 Билдәһеҙ APK-файлдарҙы күсереп алыу мутлашыусыларға һеҙҙең телефонға алыҫтан инеү мөмкинлеген бирә.

Граждандар полицияға уларҙың иҫәбенән аҡса күсереүҙәре тураһында ғаризалар менән йыш мөрәжәғәт итә. Һөйләшеүҙәр барышында уларҙың бер көн элек телефондарына билдәһеҙ ҡушымталар ҡуйғанын йәки таныштарынан һылтанмалар буйынса күскәнен белергә мөмкин.

Ғәҙәттә хәбәрҙәр ошолай күренә. Һеҙгә таныштарығыҙҙан: “Был һин юл фажиғәһенә эләктеңме? Видеола һин эләккән авариямы?” тигән кеүек хәбәрҙәр килә. Хәбәргә беркетелгән файлдар APK форматында. Был файл асылғандан һуң смартфонға автомат рәүештә ҡушымта ҡуйыла, уның ярҙамында мутлашыусылар ҡоролмаға алыҫтан инә ала. Артабан улар банк ҡушымталарына инә, кредиттар ала һәм аҡсаларҙы иҫәптән сығара ала.

Шулай уҡ вирустар юл камераларының, юл-патруль хеҙмәте радарҙарының һәм башҡа төрлө “файҙалы” ҡушымталарҙың ҡайҙа  урынлашыуын бушлай ҡарау өсөн сервистар булып күренергә мөмкин.

Хөрмәтле граждандар! Бындай ҡушымтаны күсереп алғандан һуң, мутлашыусылар мәғлүмәткә тулы хоҡуҡлы була. Уның ярҙамында хаттар һәм СМС-хәбәрҙәр ябыла, был төрлө операцияларҙы атҡарырға мөмкинлек бирә. Галереяға һәм бәйләнешкә инеү мөмкинлеге асыла, ә был иһә вирустың таныштарығыҙ араһында артабан таралыуына килтерә.

Телефонығыҙҙҙа артыҡ файлдар бармы-юҡмы икәнлеген ентекләп тикшерегеҙ, тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталарҙы күсереп алмағыҙ.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас