Бына 2026 йыл да етте. Был инде ниндәй ҙә булһа яҡшы идеяны тормошҡа ашырыу өсөн яңы мөмкинлек тигән һүҙ. Туҡан ауылы йыл һайын “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашып, проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашыра. Ауыл халҡы төбәк проектының әһәмиәте һәм һөҙөмтәләре тураһында хәбәрҙар. Иң яҡшы проекттарҙың береһе тип 2017-2018 йылдарҙа дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдай булған һыу үткәргес селтәрҙәрен капиталь ремонтлауҙы һәм 2025 йылда һыу һурҙырғыс бинаһын кәртәләүҙе иҫәпләйбеҙ.
Быйыл йәштәр яңы балалар майҙансығы төҙөү тәҡдиме менән сыҡты. Дөйөм идеяны, балалар өсөн ҡоймалы уйын комплексын һатып алыуҙы бөтә ауыл халҡы ла хупланы. Тауыш биреү юлы менән халыҡ өҫтөнлөклө проблеманы һайлап алды һәм балалар өсөн уйын майҙансығы булдырырға ҡарар итте, сөнки был проблеманы хәл итеү балаларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Халыҡты был проблемаға йәлеп итеү, ауыл халҡында ҡыҙыҡһыныу уятыу, проектҡа ярҙам итеү маҡсатында төрлө саралар ойошторола.
Ауылдың йәш граждандары ла “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” проектына булышлыҡ итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Декабрҙә проектты тормошҡа ашырыуға ярашлы балалар баҡсаһы төркөмдәрендә һәм мәктәптә башланғыс класс уҡыусылары араһында "Минең хыялымдағы балалар майҙансығы" һүрәттәр конкурсы үткәрелде. Балалар буласаҡ майҙансыҡты һүрәттәрендә сағылдырған, сағыу эмоциялар һәм хыялдарын белдергән һүрәттәрҙә бәүелсәк, ҡом өйөмө, карусель, һырғалаҡтар төшөрөлгән. Йәш рәссамдарыбыҙға таланттары, фантазияһы һәм ижады өсөн ҙур рәхмәт!
Ауылдың мәҙәниәт йортонда граждандарҙың программала ҡатнашыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса йыйылыш үтте. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса, ауыл халҡы “Балалар майҙансығын һатып алыу һәм урынлаштырыу” проекты менән ҡатнашырға ҡарар итте.
Әлеге балалар майҙансығы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә түгел. Уға ремонт һәм уйын элементтарын алмаштырыу талап ителә. Ауылда 14 йәшкә тиклемге 141 бала иҫәпләнә. Йәйге каникул осоронда балалар һаны тағы ла арта, сөнки ҡалаларҙан күптәр туғандарына ҡунаҡҡа килә. Шуға күрә халыҡ балаларҙың координация, физик күнекмәләрен үҫтереү өсөн уйын элементтары ҡуйылған кәртәле майҙансыҡ теләй.
Йыйылышта проектты әҙерләү, халыҡтан аҡса йыйыу, граждандарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү, эштәрҙең үтәлешен контролдә тотоу һәм объектты ҡабул итеүҙә ҡатнашыу өсөн халыҡ араһынан инициатив төркөм һайланды. Халыҡ конкурста еңеүгә һәм ауылда балалар инфраструктураһын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проектты уңышлы тормошҡа ашырыуға ышаныс белдерҙе.
Яҡшы башланғысты оҙаҡ көтөргә лә, шулай уҡ уны үҙең башлап ебәрергә лә мөмкин! Биләмәне биҙәп ултырырлыҡ, халыҡтың ҡыуаныс килтергән, ә иң мөһиме, балаларыбыҙ өсөн хәүефһеҙ булған заманса майҙансыҡ ҡуйырға теләйбеҙ. Проект, һис шикһеҙ, балаларҙың балалар майҙансығында уйнауын хәүефһеҙ, ҡыҙыҡлы һәм уңайлы итә. Проект еңеү яулап, уңышлы тормошҡа ашырылыр, тип ышанабыҙ.
Әлфиә СӘМИҒУЛЛИНА, Туҡан ауылы хакимиәте башлығы.