Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Февраль , 11:45

Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!

Һаулыҡ - иғтибарлы мөнәсәбәт һәм даими тикшереү талап иткән ҡиммәтле ресурс.

Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!
Һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!

 Диспансерлаштырыу - һаулыҡ торошон баһалау маҡсатында үткәрелгән профилактик медицина тикшереүен һәм өҫтәмә тикшереү ысулдарын (шул иҫәптән билдәле бер һаулыҡ төркөмдәре һәм диспансер күҙәтеү төркөмдәре) үҙ эсенә алған саралар комплексы.

Ул инфекцион булмаған хроник ауырыуҙарҙы (ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, яман шеш, шәкәр диабеты һ.б.) һәм уларҙың хәүеф факторҙарын - юғары ҡан баҫымын, ҡанда глюкозаның һәм холестериндың артыҡ кимәлен, артыҡ тән ауырлығын иртә асыҡлауға йүнәлтелгән. Күп кенә ауырыуҙар иртә стадияла симптомһыҙ үтә. Диспансерлаштырыу уларҙы өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килгәнсе асыҡларға мөмкинлек бирә.

Диспансерлаштырыу 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге граждандар өсөн 3 йылға - 1, 40 йәштән өлкәндәр өсөн йыл һайын үткәрелә.

Диспансерлаштырыуҙың беренсе этабына (төп тикшереү): анкеталау, ҡан баҫымын, күҙ эсендәге баҫымды тикшереү, тән ауырлығы индексын, бил әйләнәһен үлсәү, глюкоза һәм холестеринға ҡан биреү, дөйөм ҡан анализы тапшырыу, флюорография , ЭКГ үтеү инә.

Икенсе этапта табип-терапевт ҡарағандан һуң, асыҡланған ауырыуға ярашлы табиптар һәм тикшеренеүҙәр исемлеге үҙгәреүе мөмкин (өҫтәмә анализдар биреү, инструменталь тикшеренеүҙәр (рентген, компютер тамографияһы, колоноскопия һ.б.),  тар белгестәргә күренеү (хирург, невролог,  уролог һ.б.).

Махсус тикшереүҙәр

Ҡатын-ҡыҙҙар: йыл һайын гинекологҡа күренеү, маммография үтеү,  цитологик тикшереүгә анализ биреү.

Ирҙәр: простата биҙе яман шешен тикшереү өсөн үҙенсәлекле антиген тапшырыу.

2026 йылдан организмды бушлай комплекслы тикшереү программаһы киңерәк һәм уңайлыраҡҡа әйләнде.

Тикшереүҙәр исемлегенә 18 йәштән 40 йәшкә тиклемге кешеләр өсөн (а) липопротеидҡа анализ өҫтәлде. Уны инфаркт һәм инсульт хәүефен баһалар өсөн алалар.

Шулай уҡ ҡанда майҙар кимәлен (липид профиле) баһалау киңәйтелде (18 йәштән 39 йәшкә тиклемге пациенттар өсөн  6 йылға  - 1, 40 йәштән өлкәндәр өсөн 3 йылға  - 1 тапҡыр). Был тикшереү атеросклероз хәүефен кәметергә ярҙам итә.

21 йәштән 49 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кешенең папиллома вирусы ДНК-һына ПЦР-анализ, 45 йәштән өлкән ир-егеттәр өсөн - ҡанда енес биҙе антигенына анализ (енес биҙе сирҙәрен асыҡлау ысулы) өҫтәлде.

МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә ярҙам саралары индерелде. Диспансерлаштырыуҙың беренсе этабында мотлаҡ медицина психологы ҡабул итә. Шулай уҡ уларҙың стационарҙа бер йәки ике урынлы палаталарҙа урынлашыуға ҡағылған өҫтөнлөклө хоҡуҡтары бар.

2026 йылда диспансеризация 2008, 2005, 2002, 1999, 1996, 1993, 1990, 1987 йылдарҙа тыуғандар өсөн диспансерлаштырыу үтеү мотлаҡ (шулай уҡ 1986 йылға тиклем тыуғандарҙың барыһы өсөн дә).

75 йәштән өлкәндәр йәки инвалидтар өсөн кәрәкле анализдарҙы табип өйгә килеп ала.

Диспансерлаштырыуҙы ҡаланың 1-се поликлиникаһының 2-се ҡатында, Сәләмәтлек үҙәгенең 60-сы бүлмәһендә, дүшәмбе-йома көндәрендә 8-20, йәкшәмбе - 8-16 сәғәттәрҙә үтергә була.

Шуны иҫтә тотоу мөһим! Диспансерлаштырыу бушлай һәм ОМС полисы буйынса үткәрелә.

Ауырыуҙың симптомдары барлыҡҡа килгәгенен көтмәгеҙ, иҫкәртеү дауалауҙан мөһимерәк икәнде онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Татьяна ХӘСӘНОВА, Сәләмәтлек үҙәге мөдире.

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас