Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Февраль , 12:02

Сираттағы мутлашыу осрағы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 43 йәшлек ир банк карталарынан аҡса урлау тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Сираттағы мутлашыу осрағы
Сираттағы мутлашыу осрағы

Мутлашыусылар ирҙең шәхси мәғлүмәттәрен алғас, ирҙең иҫәп яҙмаларына законһыҙ үтеп инә. Артабан 7500 һумлыҡ микрозайм рәсмиләштерелә, шулай уҡ Интернет магазиндарында 9 мең һумдан ашыу аҡсаға һатып алыуҙар башҡарыла.

Билдәле булыуынса, ул кеҫә телефонында уйнағанда, килеп сыҡҡан һылтанмалар буйынса инә, был хәлдән һуң телефон “ҡатып ҡала” һәм ҡайһы бер мессенджерҙарға инеү мөмкинлеге юғала.

Ир дәүләт хеҙмәте порталында кредит алыуҙы бикләмәгән булған, был мутлашыусыларға уның исеменән займдарҙы рәсмиләштерергә мөмкинлек биргән.

Тәфтиш бүлеге мутлашыу, компьютер мәғлүмәтен законһыҙ ҡулланыу һәм банк картаһынан аҡса урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Хөрмәтле граждандар! Бер ниндәй ҙә һылтанмаларға инмәгеҙ, шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм банк карталары мәғлүмәттәрен башҡаларға атамағыҙ. Дәүләт хеҙмәттәре порталында кредит алыуҙы бикләгеҙ. Быны шулай уҡ Күп фунциялы үҙәккә мөрәжәғәт итеп эшләргә мөмкин. Был осраҡта мутлашыусылар хатта шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе алһалар ҙа, һеҙҙең исемегеҙгә займ ала алмаясаҡ.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас