Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Февраль , 16:40

Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп

"Айыҡ ауыл"

Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп
Илһөйәрлек рухын тәрбиәләп

Аҙнағол ауылында “Беҙ - үҙ илебеҙҙең патриоттары” девизы аҫтында "Зарница" хәрби-патриотик уйыны үтте.

 Сара “Айыҡ ауыл”  конкурсы сиктәрендә уҙғарылды. Мауыҡтырғыс сараға  Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең төрлө мөйөштәренән: Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан, Учалы районынан һәм Белорет районы ауылдарынан ҡунаҡтар йыйылды. Аҙнағол халҡы ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар әйтеп, тәмле аш-һыу менән ҡаршы алды.

Сара майҙансығында хәрби тематикаға мауыҡтырғыс күргәҙмәләр эшләне, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы музей экспонаттары - ҡорал һәм форма менән танышыу мөмкинлеге булды. Айырыуса иғтибарҙы урындағы оҫтаның үҙенсәлекле ҡул эштәре - махсус хәрби операциялағыларға ебәрергә әҙерләнгән, оҙаҡ яна торған усаҡ-бүкәндәр йәлеп итте. Сарала ҡатнашыусылар маскировка селтәрҙәрен үреп ҡарай алды.

Шулай уҡ ҡунаҡтарға тәбиғәттә ял итеүҙән ләззәт алырға - аттарҙа йөрөү һәм ялан аш-һыуынан ауыҙ итеү мөмкинлеге тейҙе. Хужабикәләр урында уҡ традицион ризыҡтарҙы әҙерләгән: усаҡта ҡоймаҡ ҡойоп, бауырһаҡ, билмән, ит һәм картуфтан тәмле аш бешереп, ҡунаҡтарҙы самауыр сәйе менән һыйланы.

"Зарница" уйынында төрлө ойошмаларҙан һәм уҡыу йорттарынан биш команда - район хакимиәте, Аҙнағол, Ломовка, Учалы районының Кесе Ҡаҙаҡҡол ауылы халҡы, педагогия колледжы студенттары ҡатнашты. Ярыштар 7 этапта үтте, ҡатнашыусылар физик әҙерлектәрен, хәрби тарихты белеүҙәрен һәм командала эш итеү оҫталығын күрһәтте.

Бындай саралар йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә һәм илебеҙ тарихына хөрмәт күрһәтеүгә булышлыҡ итә, тыуған яҡҡа һөйөү һәм ата-бабаларыбыҙҙың ҡаҙаныштары өсөн ғорурлыҡ тәрбиәләй.

 Алина ФӘТҠУЛЛИНА.

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас