“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ярҙамында Николаевка ауыл хакимиәте биләмәһендә иң көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләләр хәл ителде: Мәхмүт ауылы мәктәбенең йылытыу системаһын алмаштырылды, яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Шуға күрә хәҙер мәктәп яҡты, йылы һәм уңайлы. Йәнә МТЗ-82 тракторы һәм МПК 0.8 янғын һүндереү машинаһы, 2025 йылда янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы бокс һатып алынды.
2026 йылда ауыл халҡы, эшҡыуарҙар программала Николаевка ауылындағы зыяраттың ҡоймаһын капиталь ремонтлау тәҡдиме менән ҡатнашырға ҡарар итте.
Ауыл зыяраты территорияһында тәүге ерләүҙәр XX быуаттың 50-се йылдарында башлана. Ерләү урындарын лайыҡлы тотоу йәмғиәттең цивилизациялы, кешелекле булыуын күрһәтә. Ерҙәге кеше тормошо - быуындарҙың өҙлөкһөҙ алмашыныуы һәм был тәбиғәттең үҙгәрешһеҙ законы. Туғандарҙың һәм яҡындарҙың ҡәберҙәрен ҡарау - иң изге һәм кешелекле йолаларҙың береһе. Күп йылдар дауамында финанслау булмағанлыҡтан зыяраттың ҡоймалары капиталь ремонтланманы. Николаевка ауылы халҡы өсөн уны төҙөкләндереү мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Зыярат күренеше лә бик яҡшы түгел: ағас бағаналар, металл селтәр ҡоймалар күптән сереп бөткән, ҡапҡалар ауып бара. Шуға бәйле зыяратҡа хайуандар инә, ҡәберҙәрҙе емерә.
Был мәсьәлә граждандар йыйылыштарында бер нисә тапҡыр күтәрелде. Объектты тейешле хәлгә килтерергә кәрәк. Ерләү урындарын лайыҡлы тотоу, туғандарын төҙөк, техник нормаларға һәм талаптарға ярашлы зыяраттарҙа ерләүгә граждандарҙың конституцион хоҡуғын булыуы менән бәйле зыяратты төҙөкләндереү мәсьәләһен кисектергеһеҙ хәл итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта йыл дауамында зыяратҡа даими рәүештә йөҙгә яҡын кеше килә. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһын тормошҡа ашырып, зыярат территорияһын талаптарға ярашлы итә һәм сифатлы металл ҡойма ҡуя алырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Проект суммаһы 941 мең һум тәшкил итә. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 670 мең һум күләмендә субсидия һорарға ниәтләйбеҙ. Муниципаль район бюджетынан субсидия - 137 мең һум тәшкил итәсәк. Халыҡтың өлөшө – 67 һәм эшҡыуарҙарға спонсорлыҡ ярҙамы - 67 мең.
Конкурста еңеүгә өмөтләнәбеҙ. Аҡса йыйыу һәм документтар төҙөү менән Рәиф Рәүеф улы Вәлиуллин етәкселегендәге инициативалы төркөм шөғөлләнәсәк.
Николаевка ауыл хакимиәте.