8 март байрамы алдынан 58 йәшлек ҡатын мессенджерҙарҙың береһендә юл-транспорт ваҡиғалары яҙылған берләшмәгә ингәнен һөйләй. Ундағы фотоны ҡарау өсөн һылтанма буйынса үтә һәм смартфонына билдәһеҙ ҡушымта ҡуя. Һөҙөмтәлә, уның банк картаһынан 10 мең һум аҡса юҡҡа сыға.
44 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар хәйләһенә эләккән. Мессенджерҙарҙың береһендә ул “Юғалғандарҙы эҙләү” төркөмөндә яңылыҡтарҙы даими күҙәтә, унда ниндәйҙер киңәйтелгән аpk-файл баҫтырыла. Ҡатын уны күсереп алғас, исеме булмаған ҡушымта ҡуйырға тәҡдим иткән бит асыла. Ул уны ҡуйырға маташа, әммә килеп сыҡмай. Артабан банк карталарынан 64 мең һумдан ашыу аҡса урлана.
Мессенджерҙарҙың береһендә 44 йәшлек ир apk-файл менән “видеоны ҡара” тигән хәбәр ала. Һылтанма буйынса бер нәмә лә асылмай, әммә тиҙҙән уның картаһынан 77 мең һумдан ашыу аҡса юҡҡа сыға.
23 йәшлек ҡыҙ телефонында ҡуйылған яңы ҡушымтаны ла күрмәй. Сөнки мутлашыусылар уның телефонына килгән СМС хәбәрҙәрҙе “бикләй”. Шулай уҡ улар Интернет-магазиндарҙа 64 мең һумдан ашыу суммаға бер нисә кредит рәсмиләштергән.
Хөрмәтле граждандар! Һеҙгә таныштарығыҙҙан: “Был һин юл фажиғәһенә эләктеңме?”, “Был аварияға һеҙҙең яҡынығыҙ эләккәнмеҙ”, “Был видеола һеҙ түгелме?” кеүек хәбәрҙәр килеүе бар. Хәбәргә беркетелгән файлдар арk форматында. Был файлды асҡандан һуң, смартфонға автомат рәүештә ҡушымта ҡуйыла, уның ярҙамында мутлашыусылар ҡоролмаға алыҫтан инә ала. Артабан улар банк ҡушымталарына инә, кредиттар ала һәм аҡсаларҙы иҫәптән сығара ала.
Шулай уҡ вирустар юл камераларының, юл-патруль хеҙмәте радарҙарының ҡайҙа урынлашыуын ҡарау һәм башҡа төрлө “файҙалы” ҡушымталарҙың сервистары булып күренергә мөмкин.
Бындай ҡушымтаны күсереп алғандан һуң, мутлашыусылар һеҙҙең мәғлүмәткә тулы инеү мөмкинлеген ала. Уның ярҙамында хәбәрҙәр һәм СМС-тар ябыла, был төрлө операцияларҙы атҡарырға мөмкинлек бирә. Галереяға һәм бәйләнешкә инеү мөмкинлеге асыла, был вирустың таныштарығыҙ араһында артабан таралыуына килтерә.
Файлдарҙың киңәйеүен ентекләп тикшерегеҙ, тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталарҙы күсереп алмағыҙ. Мәғлүмәттәрегеҙҙе һәм аҡсағыҙҙы һаҡлау һеҙҙең ҡулда!
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.