

Белорет районында 16 марттан 23 мартҡа тиклем түләнмәгән штраф суммаларын ҡаплауға, түләүҙән ҡасҡан граждандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән саралар үтә.
Ағымдағы йылдың ғинуар, февраль айҙарында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ЮХХДИ линияһы буйынса мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алмағанда, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 912 акт төҙөгән, 470 мең һумдан ашыу суммаға штраф һалынған, 340 мең һум самаһы аҡса түләтелгән.
Полиция граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, закон менән билдәләнгән ваҡытта штраф түләмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында иҫкәртә. Был статьяның санкциялары буйынса ике тапҡыр штраф һалыу, 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыу һәм 50 сәғәткә тиклем мотлаҡ эштәр тәғәйенләнә.
Район буйынса эске эштәр бүлеге граждандарға административ штрафтарҙы ваҡытында түләүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә. Штрафтар буйынса бурыстар тураһында мәғлүмәтте Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6-сы йорт, 506-сы кабинетта, полиция бүлегендә белергә мөмкин. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар тураһында мәғлүмәтте электрон төрҙә порталдың шәхси кабинеты аша - www.gosuslugi.
ru, ЮХХДИ-ның рәсми сайтында, шулай уҡ Дәүләт автоинспекцияһы бүлегендә (Блюхер урамы, 8, 2-се кабинет) алырға мөмкин.
Альбина НӘҮШИРБАНОВА, район буйынса эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы.