Водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән Силәбе өлкәһе кешеһе иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн суд алдына баҫасаҡ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе Эльвира Нәғимова һөйләүенсә, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эш
алып барған саҡта, юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә бер саҡрым алыҫлыҡта “Шевролет Ланос” маркалы автомобилдең кюветта ятыуы тураһында хәбәр килә.
Урынға килеп еткәс, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары кюветта механик зыян күргән автомобиль булыуын асыҡлай. Машина янында ир кеше була, унан алкоголь еҫе аңҡый. Иргә иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуға тикшереү үтергә тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта. Артабан ул медицина тикшереүенә ебәрелә, был осраҡта ла ул кире яуап ҡайтара.
Водитель таныҡлығын тикшергәндә ирҙең административ яуаплылыҡҡа тарттырылыуы һәм бер йылдан ашыу ваҡытҡа транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеүе асыҡлана.
Ир иртән бер нисә рюмка араҡы эскәнен, унан һуң автомобиль менән Абҙаҡ ауылына юлланыуын һөйләй. Юлда идара итеү һәләтен юғалтып, кюветҡа ауҙарыла.
Был факт буйынса район буйынса тәфтиш бүлеге Рәсәй Енәйәт кодексының 264.1 статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, эш материалдары судҡа тапшырылған.
Район буйынса тәфтиш бүлеге.