Ярыштарҙы үткәреү тураһында тәҡдимде Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге ветераны Алексей Иванович Бочаров тәҡдим итте. Бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев уның идеяһын ҡабул итеп алды һәм ярышты ойошторҙо.
Ярышта полиция, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, федераль суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, эске ғәскәрҙәрҙең хәрби туғанлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Ярыш барышында ҡатнашыусыларға ике тапҡыр атыу һәм дүрт тапҡыр зачетҡа атыу рөхсәт ителде. Балл йомғаҡтары буйынса команда зачеты лидерҙары билдәләнде: I урынды эске ғәскәрҙәрҙең хәрби туғанлыҡ командаһы, II урынды бүлектең ветерандар командаһы, III урынды суд приставтары командаһы яуланы.
Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың шәхси һөҙөмтәләре билдәләнде.Иң мәргәне тип бүлек ветераны Айнур Хәйретдинов табылһа, II урынды федераль суд приставтары хеҙмәте хеҙмәткәре Айҙар Аҡҡужин, III урынды бүлек ветераны Азамат Заһитуллин яуланы.
Еңеүсе командаға күсмә кубок, ә призлы урындар алған башҡа командаларға һәм ҡатнашыусыларға Грамоталар тапшырылды.
Элекке йолаларҙың тергеҙелеүе арҡаһында хеҙмәткәрҙәр хеҙмәттәштәре иҫтәлеген хөрмәт итеп кенә ҡалмай, ә ветерандар менән яҡынданыраҡ аралаша, үткән йылдар тәжрибәһен үҙләштерә.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.
Александр БОРИСКОВ фотоһы.